воскресенье, 5 апреля 2020 г.

Күңел дәфтәренән.


  

    Юлдыбай ауылын өс өлөшкә бүлеп , өс йылға аға .Кәрешкә ,Ҡарагөрән ,Уза .
Мин Ҡарагөрәндең был яғында Уза йылғаһына яҡын урынлашҡан Колхоз урамында тыуып - үҫтем.
Ҡасандыр ошо ерҙә йәшәгән , минең менән аралашҡан ,миңә ниндәйҙер яҡшылыҡтары тейгән һәм бөтөнләй ҡатнашы булмаған кешеләрҙе мин бер нисек тә күңел түремдән йолҡоп алып ташлай алмайым .
Йылдар үткән һайын йөрәкте һағыш баҫа .Тыуған урамыма аяҡ баҫҡан һайын , был һағыш көсәйә генә.
Бына тыҡрыҡтан килеп сыҡтым .Колхоз урамы оҙон урам ,аҫҡы урам ,өҫкө урам тип йөрөтә инек.Һүҙем аҫҡы урам тураһында булыр .
Тыҡрыҡ эргәһендәге өйҙә Асия инәй йәшәне .Ул минең яратҡан инәйҙәремдең береһе ине .Ул гел өйө янындағы эскәмйәлә ултырыр ине .Асыҡ йөҙлө , кешегә гел йылмайып ҡараусы инәй , үтеп барһаң , ҡыҙым кил янымда әҙ генә ултырып кит тиер ине .
Урамымдың инәйҙәрен һағынып иҫкә алыу сәбәбен аңлата алмайым .Улар минең күҙ алдымдан да ,уйҙарымдан да китмәй .Мине гел оҙатып йөрөйҙәр .
Ҡаршылағы ҙур һары өйҙә Нәфисә инәй йәшәне .Ҡәртәсәйем мине гел эйәртеп алып барыр ине унда.Инәй бик талапсан ,тура һүҙле ине.Өйҙә идеаль таҙалыҡ ,тәртип хөкөм һөрә. Улар һөйләшеп бөткәнсе мин тик кенә ултырыр инем .
Эргәләге таш магазинда ауылға яңы ғына килен булып төшкән оҙон сәсле ,сибәр Рәйлә еңгәй эшләне.Беҙ бәләкәй ҡыҙҙар магазинға аҡсабыҙ булмаһа ла ,шул матур еңгәйҙе ҡарап һоҡланыр өсөн генә бара торғайныҡ.Ул үҙе шаян да булды .
Магазин эргәһендә Зәйнәб инәй йәшәне .Уның береһенән береһе матур дүрт ҡыҙы бар ине .Зөһрә ,Айһылыу ,Наилә ,Рәмилә.Береһенең дә яҙмыштарын белмәйем.Бары тик күңелемдә матур апайҙар булып һаҡланғандар .
Фирҙәүес инәй .Ҡартатайымдың һеңлеһе.Ул беҙгә көн һайын килер ине.Килмәһә мин уны үҙебеҙгә ҡәртәсәй сәйгә саҡырҙы тип алдап алып ҡайтҡанмын .Ҡыҙым саҡырғас килдем тип килеп инер ине.
Өмөғөлсөм инәйем менән Әхмәзия олатайым .Ҡустым менән мин шунда үҫтек тиһәң дә хата булмаҫ.Әсәйем уларҙың яратҡан килендәре булды .Ул өйҙә беҙ үҙ өйөбеҙҙәге кеүек йөрөнөк .Иртәнсәк тороу менән кемуҙарҙан югереп барабыҙ.Йомшаҡ һүҙле ,асыҡ йөҙлө инәй урындыҡҡа сәй ултырта .Түрҙә олатай ултыра.Улдары Салауат, Самат, Әхмәт ағайҙар теҙелеп ултыра.Мин мәңге Салауат ағайҙың ,ҡустым Самат ағайҙың алдында ултырабыҙ.Самауыр күңелле сыжлай ,инәй сәй яһай ...
Салауат ағай елкәһенә мине ултырта ,Самат ағай ҡустымды кем шәберәк югерә тип ярышырҙар ине.
Йылдар үткәс ,үтеп барһам инәйем эскәмйәлә ултыра .Һаулыҡ һорашып ҡына үтеп барам.Инәйем балам һинме, танымайым .Әйҙә инеп сәй эсеп кит ,тип саҡыра.Юҡ ,инәй.Инеп тормайым ,ваҡытым юҡ.
Хәҙер үкендерә.Инер инем дә ,ултырыр ҙа инем ,тик инәйем дә олатайым да ,Салауат ,Самат ,Әхмәт ағайҙарым да ,улар йәшәгән өй ҙә юҡ шул хәҙер ...
   
    Өмөниса инәй ҡәртәсәйемдең әхирәте.Ул беҙгә көн һайын инер ине.Инәй ике улы менән йәшәй ине.Ҡыҙы Фәриғә инәй Баймаҡта йәшәй.Өмөниса инәйҙең ейәнсәре Гөлфиә менән бергә уйнап үҫтек.Ҡараңғы төшөп төн уртаһы ауғансы эскәмйәлә һөйләшеп ултыра инек.Нимә һөйләшкәнбеҙҙер инде.Кис ағайҙар клубҡа киткәндә ултырып ҡалабыҙ ,улар ҡайтҡанда ла ултырабыҙ. Гөлфиәнең Шәфҡәт, Нурғәле, минең Амур ағайым ҡайтып һандуғастар һаман ултыраһығыҙмы тип инеп китәләр ине.
Беҙҙең күршеләр Ғәбиҙә инәй менән Ғәбделхаҡ олатай.Ҡәртәсәйем менән ҡатышып йәшәнеләр.Улдары Мир ағай Баймаҡ районы Буранбай ауылынан иҫ киткес сибәр ,оҙон сәсле еңгәй алып ҡайтты.Беҙ бер төркөм бәләкәй ҡыҙҙар еңгәй бүләге алырға барҙыҡ.Матур еңгәйҙе башҡа ҡыҙҙарҙан ҡыҙғана торғайным.Минең еңгәйем тип әйтә инем.Ҡыҙҙар ҙа минең менән ризалаша.Күрше булғас Миңзифаға яҡыныраҡ инде тиҙәр.Иртәнсәк торам да ҡойма ярығынан еңгәйҙе күҙәтәм.Ул биҙрә ,көйәнтәләрен алып һыуға барырға сыҡһа ,мин дә биҙрә көйәнтәмде эләктерә һалып югерәм.Минең дә ҙурайғас уның кеүек оҙон сәсле матур еңгәй булғым килә ине.Ул тағы шофер булып бензовозда эшләне.Машина йөрөткән ҡатын ҡыҙ минең өсөн иҫ китерлек хәл ине.
Тағы ла бер матур инәй Мәфтүхә инәй ине.Уны мин яҙа йоҙа ғына иҫләйем.Килене Шәүрә еңгәй ҙә ипле ,баҫалҡы кеше булды.Май икмәк бешереп беҙҙе сәйгә саҡырыр ине.Өйө ялтырап торҙо.Иҙәндәр көҙгө кеүек ялтырап ята.Бер ерҙә бер сүп тә күрмәҫһең.
Элек клубта кино күрһәтә торғайнылар.Кис малдан һуң ҡәртәсәйем менән эскәмйәгә сығып ултырабыҙ.Яҡын тирәләге инәйҙәр йыйыла.Йәше ҡарты клубҡа ағыла.Шул күренеш бигерәк тә күңелемә яҡын.Матур итеп кейенгән ағай,апайҙарҙың,инәй олатайҙарҙың үткәнен ҡарап ултырырға ярата инем.Фатима инәй иренен буяп ҡына ,осло тағалы туфлиҙәрен кейеп Ғәфәр олатай менән ҡултыҡлашып ҡына йөрөрҙәр ине.Бер шулай улар үтеп киткәс : ҡәртәсәй ,ошо Фатима әбей осоҡ ҡына ивет , тип хәбәр һалдым.Ҡәртәсәйем көлөмһөрәп :Фатима нишләп әбей булһын ,йәш бит ул тигәне хәтерҙә ҡалған.Ҡәртәсәйем мине әрләмәне,оҡшамағаныраҡ хәбәр әйтһәм дә тыйып та ултырғанын иҫләмәйем.Көлөмһөрәй биреп яуап ҡайтарыр ине.Уның үҙенең кешене яманлап ,ғәйбәт һөйләп ултырғанын күргәнем булманы.
Фатима инәй менән Ғәфәр олатай ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе ине.
Тыҡрыҡта йәшәүсе Мәрғизә инәй менән Хәннән олатай ҙа күңелгә яҡын булып иҫемдә ҡалғандар.Элек күп кешелә мунса булманы.Беҙ Хәннән олатайҙың мунсаһын яға инек.Мунсанан һуң әсәй тура ҡайтығыҙ тиһә лә ,ҡустым менән Мәрғизә инәйҙәргә инеп китә инек.Урындыҡта самауыр күңелле йырлай .Олатай түрҙә ҡырын төшөп ята , инәй көлөп хәбәрен һөйләй һөйләй сәй яһай.Һоро төҫтәге ҡағыҙһыҙ яҫтыҡ кәнфитте ,тағы ниндәйҙер төҫлө кәнфиттәрҙе услап бирә торғайны инәй.Шул кәнфит ашайбыҙ тип ингәнбеҙҙер инде.
Боронғо инәй ,олатайҙар ябайыраҡ ,эскерһеҙерәк ,ихласыраҡ булғандарҙыр тип уйлайым.Бөтә өйҙәрҙә лә урындыҡта самауыр менән сәй эсерҙәр ине.Хатта бала сағаны ла буш сығармайҙар ине.Колхоз урамы инәйҙәре дуҫ ,татыу, ҡатышып йәшәнеләр.Ҡәртәсәйем өй тултырып инәйҙәрҙе ҡунаҡҡа саҡырыр ине.Асия ,Нәфисә, Фирҙәүес,Өммөгөлсөм,Өмөниса,Ғәбиҙә,түбәнге Ғәбиҙә,Вәлимә,Фатима,Шәфиғә ,Алмабикә,Маһинур инәйҙәр урамымдың онотолмаҫ ,матур кешеләре булып хәтеремдә һаҡлана.
Яр буйында иң остағы өйҙә Төхбәт олатайҙар йәшәне.Ул йортта береһенән береһе сибәр ,аҡыллы алты ҡыҙ үҫте.Беҙ ҡыҙҙар шул апайҙарҙы ғәләмәт ярата торғайныҡ.Уйнағанда һәр беребеҙ үҙебеҙгә оҡшаған апайҙың исемен алып ,шулар булып ҡыланып уйнай инек.Мин Фәриҙә тигәнен ярата торғайным.Уйнағанда Фәриҙә була инем ,Гөлбаныу Гөлкәй була,Гөлнара Миңлегөлдө һайлай ,Зөһрә Миңниса була.Улар һис тә ауыл ҡыҙҙарына ооҡшамаған ,кинолағы кеүек ,аристократ ғаиләһенән сыҡҡан кеше кеүектәр ине.Йылдар үткәс ,былтыр миңә улар менән күрешергә насип булды.Улар һаман да йәш ҡыҙҙар кеүек матурҙар, һис төҫ ташламағандар ,тәрбиәлеләр.
  
   Ҡәртәсәйем. Ҡәртәсәйем тураһында күп яҙырға була.Сөнки мин иҫ белгәндән алып минең янымда гел ул булды . Иртәнсәк йоҡонан сепарат тауышына йә булмаһа тәмле ҡоймаҡ еҫенә уяна инем.Әсәй эштә ,атайым уҡыны биш йыл Стәрлетамаҡта.Беҙ ҡустым менән ҡәртәсәй янында үҫтек.Ҡайҙа барһа ла беҙҙе эйәртеп йөрөнө.
Яңғыҙы ғына бесәнгә йөрөгәне хәтерҙә ҡалған.Беҙ ҡуша барабыҙ.Төш етһә усаҡ яғып сәй ҡайнатабыҙ.Өсәүләп сәй эсәбеҙ.Йөрөй торғас ялҡып китәбеҙҙер инде шуны ҡәртәсәй һиҙгәндер.Арыһағыҙ бар ҡайтығыҙ тип беҙҙе ҡайтарып ебәрә.Беҙ инде әллә ниндәй ауыр эш ҡыйратҡан кешеләрҙәй ,ҡайтыу яғына елдерәбеҙ ҡыуана ҡыуана. Битончикты алып ҡайтығыҙ ,миңә йөк кәмер тип ҡысҡыра ҡәртәсәй.Һоро төҫтәге эмаль битончикты эләктерә беҙ ҙә югерәбеҙ.
Юлда еләк йыябыҙ.Тырышып йыйһаҡ та битончикты тултыра алмайбыҙ ,йыбанғанбыҙҙыр ҙа инде.Тулмаған һауыт менән ауылға ҡайтып инеүе лә оят һымаҡ.Шунан ҡустым әйҙә борсаҡ йыяйыҡ тей.Ике йәшкә бәләкәй булһа ла башы шыҡылдап эшләп тора бит әле.Борсаҡ баҫыуына инеп китәбеҙ.Еләкте яулыҡҡа ауҙарып ,битончикка борсаҡ тултырабыҙ.Өҫтөнә еләкте һалабыҙ ҙа эре генә ҡайтып китәбеҙ.
Юлда көйәнтәләп һыуҙан ҡайтып килеүсе Иштуғандың әсәһе Ғәзизә инәй осрай.Баҫалҡы ,йыуаш ҡына инәй йылмайып эй-й,ҡалай еләкте эреһен генә йыйғанһығыҙ.Беҙҙе маҡтай маҡтай үтеп китә.Беҙ эре генә урам буйлап атлайбыҙ.Ана ҡапҡа төбөндә Фәүзиә инәй тора.Ул да маҡтай.Бибисара ,Вәлимә инәй һәр береһе Сәрбейҙең балалары эшкингән тип маҡтап ҡала.Тыштан ҡыуаныс кисерһәм дә ,эстән йөрәкте ҡорт кимерә.Инәйҙәрҙе алдап киләбеҙ бит.Ҡайтып тупһаға ултырып еләкте шунан борсаҡты ашап бөтәбеҙ ҙә уйынға әүрәп китәбеҙ.
Борсаҡ тигәндәй.Элек борсаҡ ,көнбағыш ,иген сәстеләр бит.Хәҙер ерҙәр ҡатып,һарғайып көйрәп ята.Шул күренеш бигерәк йөрәкте һыҙлата инде.
Беҙ бер төркөм ҡыҙҙар борсаҡҡа йөрөй торғайныҡ.Хәҙерге кеүек пакеттар ҡайҙа инде ул.Сепрәк моҡсай йәки яулыҡҡа йыйып төрөп алып ҡайта инек.Йәшел генә , һутлы ғына борсаҡтарҙы тәмләп ашайбыҙ.Ҡабығынан һыҙғыртҡыс эшләп һыҙғырып йөрөр инек.
Обьездчик Аптулла ағай уны кеше Апуш тине, атаһы Тимерғәле олатайҙы Бута ,әсәһе Зәйтүнә инәйҙе Бута Зәйтүге тинеләр.Баяғы Апуш килеп сығып сыбыртҡыһын шартлатып һүгенә һүгенә ҡысҡырып ебәрһә,сыр сыу килеп ҡасабыҙ.Ауылға ингәнсе баҫтыра.Үҙе яман итеп һүгенә.Уза йылғаһын кисеп сығып берәйһенең картуфлығына барып инһәк ,ҡотолдоҡ тип уйлағанбыҙҙыр.Апуш,Апуш алйот,наҙан ,Бута сәскәнме әллә борсаҡты.Совхоз борсағын ҡыҙғанып йөрөйһең тип ҡысҡырабыҙ,үсекләй беҙ.Ысынмылыр ,юҡмылыр Апушты уҡый,яҙа белмәй тип һөйләнеләр.Гәзит килгәндә был баш түбән тотоп ҡарай икән.Машина төшөрөлгән булғандыр ,ҡарап торған да : уууу, Советский Союзда машиналар күп ауа икән тип әйткән имеш.Беҙгә бала сағаларға шул ҡыҙыҡ тойолғандыр.Әй,Апуш Советский Союзда машиналар күп ауа ивет ,тип ҡысҡырабыҙ.Ул сыбыртҡыһын болғап ,икенсе юлы эләгерһегеҙ әле,ярам мин һеҙҙе тип китә.Икенсе юлы осраһа ҡот оса ,сыбыртҡы эләгер тип.Әммә ул беҙҙе ҡурҡытһа ла бер ҡасан да һуҡманы.Борсаҡ баҫыуынан сығарып ауылға тиклем баҫтыра ла ,йырлай йырлай үҙ юлы менән китер ине.
Ураҙанан һуң әйенселәгәндә уларға ла инәбеҙ бит инде.Бер йылы сентябрь айы булдымы икән ,алмалар өлгөргән ине.Зәйтүк инәй беҙгә күүүп итеп алма биргәне хәтерҙә ҡалған.Һәйбәт кенә инәй ине ул.Тәҙрәһе төбөндә матур матур гөлдәре сәскә атып ултырыр ине.Эй ,шул гөлдәренә күҙ ҡыҙа ине.Бер көндө ҡыҙҙар менән һөйләштек тә ,барҙыҡ инәйгә.Иҫемә төшһә көлкөм дә килә ,алйот тәртипһеҙ булғанбыҙ тип уйлайым.Зәйтүк инәй беҙгә гөл бир тип барып торабыҙсы.Инәй әрләмәне лә беҙҙе өйөнә индерҙе.Бутҡа һалып бирҙе ,сәй яһаны.Кеҫәләребеҙгә кәнфит тултырҙы.Һәр беребеҙгә гөл ботағы ҡырҡып бирҙе.Нисек ултыртырға өйрәтте.Ҡайтып кәнсир һауытына ултырттым.Гөл үҫеп китеп сәскә атҡас,әсәйем матур ғына биҙрәләр алып бирҙе.Гөлдәремде шул матур биҙрәләргә ултырттым.Беҙҙең әсәй гөл үҫтермәне,ваҡыты ла булмағандыр инде.Йылмайып ҡарап өйҙә гөл булһа матур була икән ул тигәне һаман күҙ алдымда тора.Зәйтүк инәйҙең яран гөлдәренә ғашиҡ инем бәләкәй саҡта.Гөлгә булған һөйөү һүрелмәне.Һаман гөл яратам.Яран гөлдәре бигерәк тә.Яратҡан йырым да яран гөл.Һыу ҡойғанда йырлай йырлай ҡоям:
Тыуған өй тәҙрәләр ендә
Үҫеп тора яран гөл
Минең мөхәббәттәремде
Яран гөлгә ҡарап бел...

   

АУЫЛЫМДЫҢ ЙӘШ ТАЛАНТТАРЫ









     Фотола Йылайыр районы Юлдыбай ауылы төшөрөлгән.
Юлдыбай урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Айназ Мостафин оҫта фото төшөрөүсе икән.
Кеше күрмәгәнде күреп шуны фотоға төшөрөп мәңгеләштереү ҙур талант.Ундай талант һәр кемгә лә бирелмәй.
Айназға уҡыуында уңыштар ,тағы ла матур фотолар төшөрөүен теләйбеҙ.
Йәш таланттарыбыҙ юғалып ҡалмаһын ,юғары күтәрелеп китһен өсөн күмәкләп ярҙам итәйек.
Әлегә беҙҙең ярҙам йылы һүҙҙәребеҙ, теләктәребеҙ, кәңәштәребеҙ.
Афарин, Айназ!!!

АУЫЛЫМДЫҢ ШӘП ЕГЕТТӘРЕ


АУЫЛЫМДЫҢ ШӘП ЕГЕТТӘРЕ тигән рубрика асабыҙ.

Донья тотҡаһы ҡатын - ҡыҙ тиһәләр ҙә , Ҡатын ҡыҙҙың бәхете ир егет ҡулында. Ныҡлы, матур ғаилә ҡороу өсөн , ир егеттең егәрле ,ышаныслы ,таяныс булыуы мөһим. Юлдыбайҙа башҡаларға өлгө булырҙай , һоҡланғыс ир егеттәр күп.Шуларҙың береһе Хамматов Рәсүл Әмир улы. Ул Бөрйән районы Мәһәҙей ауылы һылыуы Луиза Камил ҡыҙы менән донья ҡороп , матур ғына йәшәп ята.
Пилорама ултыртып таҡта бысып ,утын ,бура бурап һатып көн күрә ул.Кәртә тултырып мал, ҡош ҡорт, аттар үрсетәләр.Өй төҙөп яталар. Нисәмә кешегә эш урыны булдырған ул.Эш хаҡын ваҡытында түләп ,кәрәк саҡта ярҙамын да күргәс егеттәр уға эшкә теләп баралар.
Луиза алсаҡ ,кешегә ярҙамсыл килен.Өйөндә уңған хужабикә ,эшендә ихтирам яулаған белгес. Әлеге мәлдә ул декрет ялында бәләкәс Ғәзинурҙы тәрбиәләп өйҙә ултыра.
Бөгөнгө эшһеҙлек , эскелек ,ялҡаулыҡ сәскә атҡан заманда ошондай матур ,тырыш ғаиләләрҙең булыуы күңелгә ҡыуаныс бирә.
  Ауылымдың шәп егеттәренең береһе булған Рәсүлгә һәм уның ғаиләһенә оҙон ғүмер , һаулыҡ ,эшенең гөрләп сәскә атыуын теләйек.

Беҙҙең яҡтың туй йолалары.



       Йылайыр районында боронғо туй йолалары элеккесә һаҡланып ҡалған. Шул йолаларҙы үтәгәнгә лә туйҙар матур, күңелле ,иҫтә ҡалырлыҡ булып үтәлер.
Иң беренсе егет яғынан һоратыусылар килә.Уларҙы төп йортта өҫтәл әҙерләп ҡунаҡ итәләр.Бер нисә өйҙә ҡунаҡ итәләр.Бүләктәр ,күстәнәстәр бирелә.
Әйттереү.Никах йәки бата уҡытыу.
Егет ата - әсәһе ,тыуғандары бер нисә пар (нисек һөйләшәләр ),кейәүеңгәре егет менән ҡыҙ йортона киләләр.Батаны өйҙә йәки мәсеттә уҡытырға мөмкин.
Егет яғы батмусҡа аҡса 10меңдән дә кәм түгел ,буласаҡ киленгә алтын алҡа , төп ҡоҙа ҡоҙағыйға күлдәк ,шулай уҡ бер туғандарына бүләктәр һала. Ҡыҙҙың әсәһе лә ҡоҙаларына ,кейәүенә бүләктәр бирә .
Никах уҡылғандан һуң аш һыу мәжлесе дауам итә.
Ҡыҙҙы йәшереү.
Ҡыҙ йәшереү миңә иң оҡшаған йолаларҙың береһе.Һәр бер еңгәй иҫләйҙер үҙенең бикәсен йәшергән мәлдәрҙе.
Ҡыҙҙы бер еңгәһе үҙ өйөндә йәшерә.Икенсе еңгәй кейәү , йәштәр менән бергәләп эҙләшергә сыға.Гармун уйнап ,йырлап ,бейеп ,уйын көлкө менән ҡыҙ эҙләгән минуттарҙы кемдәр генә һағынып иҫләмәй икән?Төн уртаһында бер нисә өйгә инеп(алдан һөйләшелгән )ҡыҙҙы таптырып сығаһың.Шунан гына йәшергән өйгә алып бараһың.Унда инде иң ҡыҙығы башлана.Ишек эстән эленгән була.Тыштағылар ишекте асыуҙы һорай ,эстәгеләр хаҡ ҡуя . Еңгәйҙәргә бүләктәр ,аҡса (кейәүҙең хәленә ,сумартлығына ҡарап )бирелгәс кенә ишек асыла.
Ҡыҙҙы ҡушыу.
Эҙләп тапҡандан һуң өсөнсө еңгәй үҙ өйөндә кейәү менән кәләште ҡуша.Хәҙер киттек ҡушҡан өйгә.Ҡыҙҙы алдан индерәләр.Ишектең ике яғында ике еңгәй йыртыш тауарын тотоп торалар.Кейәү егете шул йыртышты аяғы менән йырта баҫып инергә тейеш.Кейәүҙе индереп ишекте тыштан бикләнек .Еңгәләргә бүләктәр тапшырылды .Бөтәһе лә йоҡларға таралды.Иртәнсәк еңгәй кеше килеп ишекте аса ,йәштәргә сәй эсереп төп мәжлес барған өйгә алып бара.
Туйҙан алда егет йортона ҡыҙ яғынан ике пар саҡырыусы булып бара.Уларҙы ҡунаҡ итеп алдан һөйләшелгән туй һарығын биреп ҡайтаралар.Инде туйҙы көтөргә генә ҡалды.

Ҡәртәсәйем




Иҫтәлек.

      Минең ҡәртәсәйем , Булатова (Һағынбаева )Сәрбиямал Әбдрәхим ҡыҙы , 1912 йылдың 10 ғинуарында Баймаҡ районы Ысмаҡай ауылында тыуған.Биш йәшендә генә етем ҡалып ,ҡартатаһы һәм ике өләсәһе ҡулында үҫә. Ҡартатаһының йәш ҡатыны уҫал була.Йорт ҡуралағы барлыҡ эштәр бәләкәй генә ҡыҙыҡайҙың иңенә төшә.Һыйырҙың елененә буйым етмәй , ултырғыс өҫтөнә менеп ултырып һауа инем ти ине ул.Ҡартатайыма "кулак " мөһөрө тағылып , Себергә оҙатылғас ,ҡәртәсәйем ағаһының ҡулында йәшәй.Тик тиҙҙән ағаһы ла репрессияға эләгә һәм шул китеүҙән эҙһеҙ юғала.
Йылдар үтә, ҡәртәсәйем буй етеп , Әбделкәрим егете Булатов Сәғәҙейгә тормошҡа сыға ,әммә йәшләй генә биш бала менән тол ҡала.Шуға ҡарамаҫтан , тормош ауырлыҡтарына бирешмәй йәшәй , Ҡулынан килмәгән эше булмай уның .Бар ғүмере хөкүмәт эшендә үтте , тиһәң дә хата булмаҫ.Төрлө йылдарҙа мәктәптә ҡарауылсы , балалар йортонда йыйыштырыусы , дауаханала һыу ташыусы булып эшләй.Хатта хаҡлы ялға сыҡҡас та , оҙаҡ йылдар фермала быҙау ҡараусы була.Мин иҫ белгәндә, ҡәртәсәйем фермала төнгө ҡарауылсы булып эшләй ине.Үҙенә иптәшкә тип ҡустым менән мине лә эшкә эйәртеп алып барғаны хәтерҙә.Бәләкәй генә урындыҡта өсәүләп ятабыҙ ,ҡәртәсәй беҙгә әкиәт һөйләй...
Доньяны яңғыҙ көтөүенә ҡарамаҫтан , барыһына ла өлгөрә торғайны.Бер ваҡытта ла балаларын ас яланғас итмәй: йөн иләй ,бәйләй ,тегә ,донъяһын ,мал тыуарын матур итеп көтә.Балаларына яҡшы тәрбиә биреп ,уҡытып ,итәғәтле итеп үҫтереп ,оло тормошҡа сығара ул.Биш балаһының икәүһе юғары ,икәүһе тамамланмаған юғары белемгә эйә.
Иң өлкән улы Әнүәр олатайым тирә яҡҡа билдәле йәшелсә үҫтереүсе- "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре ". Ҡыҙғанысҡа ҡаршы , олатайым был доньяла юҡ инде.Әле уның эшен улдары дауам итә.
Икенсе улы Әмир - минең атайым.Ғүмере буйы Юлдыбайҙағы 80 се һөнәрселек училищеһында уҡытты , "Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы " исеменә лайыҡ булды.Был доньяла атайым һымаҡ һәйбәт ,изге күңелле кеше башҡа юҡтыр ул , тип уйлайым.
Өсөнсө балаһы ҡыҙы Фатима , һауынсы булып эшләп , хаҡлы ялға сыҡты. Һандуғастай моңло тауышлы апайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ:Бәйләү, тегеү , аш һыу оҫтаһы ла ул. Апайымдың сабырлығына хайран ҡалырлыҡ . Ҡулымдан килһә ,апайыма һәйкәл ҡуйыр инем.
Дүртенсе бала Ильмира апайым ауыл хужалығы институтын тамамланы.Ул беҙҙең барыбыҙҙың да терәге.Ниндәй генә йомош менән барһаң да, буш сығармай , ҡайғыла ла ,шатлыҡта ла беҙ уға барабыҙ.Беҙ Әнүәр ,Әмир , Фатиманың бишәр балалары , апайымдың үҙенең ике балаһы , бер ғаилә кеүек ,мәрхәмәтле ,киң күңелле Ильмира апайымдың өйөндә үҫтек.Хәҙер беҙҙең бала сағаларыбыҙ шунда бара , сөнки уның ишеге һәр саҡ асыҡ .Апайым моңло тауышы менән йырлап та, рәхәтләнеп бейеп тә ебәрә.Хәбәрен һөйләп ,ашатып эсереп, күстәнәсен биреп оҙатып ҡала .
Иң кинйәһе Амур ағайым , йәшләй генә мәрхүм булып ҡалды, урыны ожмахта булһын инде.
Ҡәртәсәйемдең 17ейән ейәнсәренең 15 е иҫән һау,27бүлә бүләсәре бар.
Өлкәнәйгәнсе ҡәртәсәйем үҙ өйөндә яңғыҙы ,үҙаллы йәшәне , ҡош ҡорт мал тыуар аҫраны . Таҙа , тәрбиәле булды.Биш баламды эйәртеп , ҡәртәсәйемә барырға ярата торғайным.Самауыр ҡайнатып , көлөшә һөйләшә сәй эсеүҙәре үҙе бер ғүмер булған икән.Бала сағы, йәшлек йылдары ауыр шарттарҙа үтһә лә ,ҡартайған көнөндә бәхетле ғүмер кисерҙе ҡәртәсәйебеҙ.Уның урыны балаларының , ейән ейәнсәрҙәренең гел түрендә булды.
Ҡәртәсәйем 100 йәш тә 40 көн йәшәп баҡыйлыҡҡа күсте.
Мин үҙемде ҡәртәсәйемдең иң яратҡан ейәнсәре тип иҫәпләйем.Ул мине һөйләп , мине яҡлап ,мине ҡурсалап ҡына ултырҙы.Башҡаларға ҡарағанда күберәк мин ҡәртәсәйҙә йөрөгәнгәлер бәлки.
Үҙәктәрем өҙөлөп һағынам уны.Уның йылы һүҙҙәренә ,изге теләктәренә ,кәңәштәренә мин әле лә мохтажмын...

Миңзифа Ҡашҡарова.

Беҙҙең баласаҡ

    
    Яланаяҡ һәм ялбыр башлы ике ҡыҙсыҡ етәкләшеп Ҡарагөрән йылғаһы буйына төштө.
Сылтырап ҡына ағып ятҡан таҙа һыулы йылға ул Ҡарагөрән.Ошо ике ҡыҙ көн һайын йылға буйында ҡойоға батып, әҙәм ҡарағыһыҙ булып уйнайҙар.Уларҙы тыйған һәм әрләгән кеше лә юҡ.Матур ғына,татыу ғына балсыҡтан төрлө тәмлекәстәр әүәләп,төрлө таштарҙан һый ниғмәттәр әҙерләп уйнап ултырыусы ике ялбырбаштың да тирә йүндәге доньяла һис бер ғәме юҡ.Оҙон сәстәре ойошоп ҡатҡан,бит ҡулдар балсыҡҡа буялған,өҫтәрендәге күлдәктең ниндәй биҙәкле икәнен дә белеп булмай.
Эҫе ҡояш нурҙары аҫтында , сөптөр сөптөр һыуҙы кисеп баштан аяҡ үҙ уйындарына сумған икәүҙе иҫләгән кеше лә юҡ ахры.Оҙон көн буйына уйнап арығас ,ниһәйәт ҡайтыу яғына ыңғайланы ике ялбырбаш.Уларҙы хатта әрләүсе лә булмағандыр.Икеһенең дә әсәйҙәре киске һауынға киткән.Ҡәртәсәйҙәр бәлки,әҙ мәҙ әрләгән булғандыр инде,сусҡа рәүешенә ингән ҡыҙ остоҡтарын.Арлы бирле тамаҡ туйҙырғандан һуң, тәмле төштәр күрә күрә әүен баҙарына юл алдылар улар.
Йәйҙең матур таңы атты.Ҡояш нурҙары сикәләрҙе һыйпап иркәләй башлау менән,икеһе лә ырғып торасаҡ.Һәм сәй эсеүҙе лә иҫкә төшөрмәйенсә тағы Ҡарагөрән буйына атлығасаҡтар.Унда уларҙы ҡорған өйҙәре һәм төрлө тәмлекәстәре көтә.Тағы көн оҙоно уйынға әүрәйәсәк ике ялбырбаш.Уларҙы бер кем дә эҙләмәйәсәк һәм әрләмәйәсәк.
Ҡайғы хәсрәтһеҙ һәм моңһоҙ ,уйһыҙ һәм кеше ғүмеренең иң бәхетле сағы,беҙҙең баласаҡ.
Ҡарагөрән һәм Уза буйында үткән ғәмһеҙ баласаҡ иленә ҡайтып килде Миңзифа.Ике ялбырбаштың береһе мин икенсеһе Гөлбаныу.
Мөмкин булһа ине ысынлап та,шул мәлдәргә ҡайтып әйләнеү.

Миңзифа Ҡашҡарова

четверг, 2 апреля 2020 г.

Хыянат

Әлфинурҙы Самат менән әхирәте Фаягөл таныштырғайны . Самат Фаягөлдөң егете Илгиздең дуҫы булып сыҡты .
Ошоғаса һайланып йөрөгән ҡыҙ , Саматты күргәс саҡ иҫе китеп йығылманы . Баш- көллө ғашиҡ итте егет ҡыҙҙы .
Самат та ҡыҙҙы оҡшатты , һушын юғалтып йығылырлыҡ булмаһа ла , унан башҡаны йөрәге ҡабул итмәйәсәген аңлағайны инде.
Йәштәр өйләнешеп һәүетемсә генә донья көтөп алып киттеләр .Ир эшләне , ҡатыны өйҙә балаларын тәрбиәләп ултырҙы .
Әлфинур харап шәп ҡатын булып сыҡты . Самат бер ҙә үкенмәне уға өйләнгәненә , ә Әлфинур хисле йөрәк , күбеһенсә хистәр тулҡынында йөҙгән ҡатынының күңеле бигерәк йомшаҡ ине шул .
Үҙе ирен яратып , уны "өф" итеп тороусы Әлфинур ,иренән дә гел һөйөү көтөп йәшәне .
Тормоштары ҡәҙимгесә барҙы , инде балалар ҙа ҙурайып килә . Тормош мәңге шулай дауам итер һымаҡ ине Әлфинурға .Әммә ул яңылышты , тормош гел генә бер көйгә бармай икән ул .
Самат һуңғы арала бик йыш эсеп ҡайтҡылай башланы .Элек тә эскеләне ул ,тик иҫерек булһа ла ,ишекте шар асып ҡайтып инә лә
- Мөмкинме , индерәһеңме? - тип бер ҡатлы йылмайып торған иргә асыуланып та булмай ине .
Ә хәҙер нимәлер үҙгәргән .Тик нимә?
Әлфинур аңлай ҙа белә лә алманы .
Ҡайтмай ҡалған саҡтары ла йышайҙы , хатта өсәр көнләп юғалып торған ире , ҡатыны һорауҙарын яуапһыҙ ҡалдырҙы .
Төн уртаһында , иҫереп ҡайтып инеп , йоҡлап ятҡан Әлфинурҙы һөйрәп алып типкеләгән саҡтары йышайҙы. Ҡатын ишекте бикләмәй ине , тиҙ арала асып өлгөрмәһәң ишекте емереп инергә лә күп һорамаҫ.
Бына бөгөн дә күҙенә йоҡо эленеп ҡалған , иренең ҡайтып инеүен дә абайламаған . Күҙенә аҡ ҡара күренмәгән Самат ҡатынды сәсенән һөйрәп торғоҙҙо ла осора һуҡты .Әсәләренең сар итеп ҡалыуына , йоҡлап ятҡан балалары ҡурҡышып , ырғып торҙолар .
- Ҡайҙа йөрөп уйнаш итеп ҡайтып йоҡлап ятаһың?!
Һуңғы ваҡытта иренең үҙе ҡайҙалыр юғалып йөрөп ҡайтып ,өйҙән сыҡмаған ҡатынын әллә кемдәргә ҡушып боларыуы үҙәгенә үткәйне инде .Сабырлығы юйылған ҡатын , балаларын алып әсәһенә ҡайтып китте .
Әсәһе лә уға баллы тормош әҙерләп ҡуймағайны . Үҙ балаһы булһа ла , Әлфинур хәҙер теленгән икмәк шул . Бер теленгән икмәк кире йәбешмәгән кеүек , ҡатын бында ла һыйманы .
Ни күрһәм дә үҙ йортомда күрәйем тип , эт ояһына әйләнгән өйөнә кире ҡайтты ул .
Ире тәүбәгә килеп ,Себер тарафтарына эшкә сығып китте .Йәнәһе , ҡутара аҡса эшләп , ғаиләһен ҡарай инде .
Себерҙә күпме йөрөһә лә , аҡса ебәрмәне Самат . Аҡсаһыҙлыҡтан осто осҡа саҡ ялғаған ҡатын , үҙ юнен үҙе күрҙе . Телефондан шылтыратҡан ҡатынына һәр саҡ асыуланған ирен аңлай алманы ул . Көндөҙ итһә лә ,төндәме ул мин эштә булды яуап. Аптыраған Әлфинур :
- Бер туҡтамай эшләп тик йөрөмәйһеңдер бит, төшкө аш йәки кис эштән буш ваҡытта һөйләшә алмайһыңдыр шул , тип асыуланып та ҡараны . Самат трубканы ташланы йә һүндерә йә алмай йә бөтөнләй связгә сыҡмай ине.

Яңы йыл яҡынлашты . Иренән бер тауыш та булмағас , балалары менән генә ҡаршыланы байрамды .
Күпмелер ваҡыт үткәс ире ҡайтып төштө , әйтмәй генә . Ирен һағынып , зарығып көтһә лә һүҙҙәр берекмәне .
Ашағанда ла Әлфинур һүҙ башлап ҡараһа ла , ире тырт мырт теләр теләмәҫ яуаплағас , ҡабат һүҙ ялғанманы .
Йонсоған , үлмәле булып ябыҡҡан ирен ,арығандыр ,ярар ял итһен тип күңеленән аҡларға тырышты .
Асҡаҡланып ҡайтҡан ир , әҙер тамаҡты бүреләй йыпыра ла бот күтәреп тик ята ине .Ҡатынының
- Утын бөтөп бара - тиеүен дә яуапһыҙ ҡалдырҙы - аҡса алып ҡайтманыңмы ней - тиеүенә лә ажғырып ҡына ҡуйҙы . Ахырҙа ,Әлфинур ҙа шымды .
Әҙерәк ял итеп алған ире бер көн бөтөнләй сығып китеп юҡ булды.Ҡатын уны ҡайҙан эҙләргә лә белмәне , шылтыратһа бөтөнләй телефоны һүнгән булып сыҡты .Эй , ҡайтыр әле тип ҡул һелтәне аҙаҡ .
Ҡайтты ире , ҡайтмай ҡайҙа барһын . Асығып ,араҡы еҫе борлап ҡайтҡан иренең алдына өндәшмәй генә , аш һалып ултыртты , тәрилкәләге итте алдына этте . Бер буй ҡаҙыны бер үҙе тығынып бөткән иренә , йөрәге әсенеп ҡарап ултырҙы .Ашамай йөрөп , ҡапыл тығынған ире төнө буйы ауырыны ,ашҡаҙанынан сыҙамай уфылдап таң аттырҙы .
Иртәнсәк торғас :
- Мин ҡабат Себер сығам - тип ҡапыл ғына йыйынды ла сығып та китте .Аптырап ҡалған Әлфинурға :
- Шылтыратып ҡаңғыртма , үҙем шылтыратырмын , ун көндән аҡса һалырмын - тигән иренә ауыҙ асып ышанып тороп ҡалды бер ҡатлы Әлфинур .
Күпме генә тилмереп көтмәһен , Саматы шылтыратманы ла аҡса ла ебәрмәне .Инде утыны ла ике өс көн яғырлыҡ ҡына ҡалып бара . Сыҙамлығы юйылған ҡатын иренә шылтыратырға булды .
- Сәләм .Хәлдәрең нисек ? - тип һүҙ башлаған Әлфинурҙы ,
- Нимә кәрәк һиңә минән?! -тип иренең ҡысҡырыуы һиҫкәндерҙе .
- Аҡса ебәрәм тигәйнең дә , утын бөттө , тип илаулаған ҡатындың ,иренең яуабын ишеткәс өнө тығылды .
- Ҡаҡшатма мине ! Үҙеңдең проблемаңды үҙең решать ит, мин һине знать не знаю .
Әлфинур телефонды һүндерҙе лә , бергилке һеңгәҙәп ултырҙы .Саматын ен алыштырғанмы әллә?
Ҡатын төн йоҡоһон йоҡламаны , уйланып , әйләнеп тулғанып сыҡты ла ,таң атыу менән ,әхирәте Сәлимәгә китте .Әхирәте , ирен ерләгәндән һуң һуҡмалаштырырға ярата былай , шулай булһа ла ауыр саҡтарында Әлфинурҙы ташламай торған .Ике әхирәт тиҙ арала йыйынып , Әлфинурҙың балаларын әсәһенә алып барып ҡалдырҙылар ҙа, такси саҡыртып Өфөгә эш эҙләп сығып та киттеләр .

Өфөлә икеһенең дә туғандары юҡ ине. Әлфинурҙың әсәһе яғынан булған сыбыҡ осо ҡустыһынан башҡа. Ҡустыһы ихлас ҡына саҡырһа ла , килендең күҙ ҡарашынан уҡ белеп була ине, был икәүҙең баҫып килеп инеүен өнәмәгәне.
Ауыл күстәнәстәрен тапшырғас ҡына , йөҙө әҙерәк , болот араһынан ҡапыл килеп сыҡҡан ҡояштай балҡыны балҡыуын. Барыбер ҙә ,ире һымаҡ бөтә доньяһын онотоп ҡунаҡсыллыҡ күрһәтә алманы.
Әлфинур тиҙ арала эш табырбыҙ тип өмөтләнгәйне лә , тик өмөтө аҡланманы.Улай уҡ анһат ҡына түгел икән дә эш табыуҙары.
Инде өсөнсө көн ҡуна ҡалыуҙарын күргәс, килен , тунының тиҫкәре яғын кейҙе.Йоҡо бүлмәһенә саҡырып индереп , иренең тетмәһен теткәнен ишеткәс, Әлфинур кире ҡайтып китергә лә уйлап ҡуйғайны.Сәлимә яҡын да юламаны.
- Иртәгә мотлаҡ эш табасаҡбыҙ!
Ҡайҙарға ғына инеп ҡараманылар, анкета тултырталар ҙа , өс йәки биш көндән шылтыратырбыҙ тип матур ғына оҙатып ҡуялар.
Автобус туҡталышында торғанда Әлфинур:
- Әйҙә , дворник булып барайыҡ, йәшәргә урын да бирәләр ти - тип тәҡдим итте .
Тағы ла әхирәте риза булманы.Лом менән боҙ ҡутарып йөрөгән ҡатынға ымлап :
-Бынау һыуыҡта ошолар кеүек ,өшөп туңып йөрөгөң киләме? Лучше мин кондуктор булып барам. Йылы автобуста билет һатып ҡына йөрөүе пүстәк бит ул - тип көлдө.
Әлфинурға Сәлимәгә эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы.
Ҡуш ҡуллап алдылар уларҙы эшкә .Ятаҡтан урын да бирҙеләр .
Ятаҡ тигәндәренә барып ингәс ,Әлфинурҙың арҡаһы буйлап һалҡын тир аҡты.Үҙен төрмәгә килеп ингәндәй , хис итте.Атылырға торған күҙ йәштәрен тыйып , үҙен ҡулға алды.
Төрмәнең ҡалай икәнен кинонан күргәне бар инде. Ике ҡатлы карауаттар теҙелгән бүлмә , ысынлап та , шул кинола күргән төрмәне хәтерләтә.Егермеләп ҡатын ҡыҙ йәшәй икән бында.
Ҡуш ҡуллап , ҡолас йәйеп ҡаршы алманылар яңы килеүселәрҙе.Әлфинурҙың
- Һаумыһығыҙ ! - тиеүенә яуап ҡайтарыусы булманы.Береһенән береһе ҡурҡынысыраҡ, бандиттарға оҡшап торған , ирһүрәттәргә әйләнеп бөткән ҡатындарға ытырғанып ҡараған Әлфинур ,үҙен бүре өйөрөнә килеп ингән кәзә бәрәселәй тойҙо.Үҙен :
- Зинаида Петровна - тип таныштырған ҡатындың атамандары икәнен аңланы Әлфинур.
- Бер ниндәй ҙә Зинаида Петровна түгел ул , тыңлама һин уны .Беҙ уны Зинка тип йөрөтәбеҙ . Ә мин Света булам- кәүҙәгә йыуан , асыҡ йөҙлө ҡатын Әлфинурға ҡулын һуҙҙы.
Иң төптәге карауаттан ҡарлыҡҡан һүгенеүле тауыш яңғырағайны ла , ике атаман уны тыйып ҡуйҙы.
Аҙағыраҡ уның шестерка икәнен кемдер Әлфинурҙың ҡолағына шыбырланы.
- Һаҡ бул, ауыҙыңды үлсәп ас - тип иҫкәрттеләр.
Нимәһе менән төрмә түгел?
Ысын төрмә ине был ятаҡ, матур тормошҡа күнеккән Әлфинур өсөн.
Ярар, килеүен килгәс , вахтаны срогын тултырайым да ,эш хаҡы алғас , ҡайтып китермен тип үҙен йыуатты.
Ауыҙын да үлсәп кенә түгел ,бөтөнләй асманы ул.Арыуыраҡ күренгән бер нисә ҡатын менән генә һөйләште ,ҡалғандарына күтәрелеп тә ҡараманы, үҙ яйына йөрөй бирҙе.Хәбәрсел Сәлимә тиҙ арала үҙ кешеләренә әүерелде . Өндәшмәҫ Әлфинур оҡшамай ине уларға. Уға ҡырын - мырын ҡараусылар , аҙым һайын аяҡ салырға әҙер тороусылар күп ине.

Таңғы сәғәт дүрттән торор кәрәк. Йоҡо туймай , зомби һымаҡ йөрөнө ҡатын.
Иң тәүҙә медпунктҡа йүгерәһең,эшкә сығыу өсөн табиптан рөхсәт кәрәк. Эскәндәрҙе сығармайҙар ине.Анау бер өрҙөргөсенән дөрөҫ итеп өрә белмәй эй, ҡаңғырҙы ҡатын.Табип әрләй , сиратта тороусы кондуктор һәм водительдәр һуҡрана:
- Йә инде , нисә сәғәт тораһың?! Эшкә һуңлайбыҙ.
- Белгегеҙ килһә , мин эсмәйем! Бында һеҙгә алкаш бармы, өрә белергә?! - йәне көйгән Әлфинур трубканы өҫтәлгә быраҡтырҙы.
Табип ҡатын да ярһып китте.
- Нормально өрә белмәһәң , эшкә допуск юҡ һиңә, әйҙә гуляй!
Ярһыуын баҫып , көс хәл менән өйрәнде ул шул нәмәләренә өрөргә.Табиптан печать һуҡтырғас,кассаға йүгерҙе. Йә ,хоҙай! Бындағы мәхшәр медпункттағыға ҡарағанда хәтәрерәк ине.Иреш - талаш,кемдер илай кемдер көлә, бөтөнләй тыныс һәм битарафтар бар.
Водительдәр ҙә, кондукторҙар ҙа,кассала ултырыусылар ҙа доньялағы иң әшәке һүҙҙәр менән һүгенеп һөйләшәләр ине.Юҡ, бындайҙы бер ерҙә лә ишетмәгән Әлфинурға бигерәк ауыр ине.
Кассанан сумкаһын , аппаратты һәм ниндәй автобусҡа рейсҡа сығасаҡ номеры яҙылған талондарҙы алғанда Әлфинур түҙмәне:
- Һүгенмәйенсә генә булмаймы? -тип өндәште.Кассалағы ҡыҙ ҡысҡырып көлдө генә.
- Привыкай.
Янындағы икенсеһе :
-Оҡшамаһа эшләмә! Поезжай свою деревню- тип аҡырҙы.
Автобусҡа инеп, эш сәғәте башланһа еңел тын алып ҡала Әлфинур.
Пассажирҙар араһында ла төрлөһө бар.Ҡаты бәрелгәндәр, яҡшы күңеллеләр, һөйләшергә яратҡандар.Билет алырға яратмағандар . Инәләр ҙә йәһәт кенә ултыра һалып ,йоҡлап та китәләр.Бушлай йөрөргә күптәр ярата ла ул, Әлфинурҙың эш хаҡы ла күпме аҡса алып килеүгә бәйле бит.Йүгереп йөрөп берәүҙе лә билетһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша ул. Кеше күбәйеп киткән саҡта , билет алмай төшөп ҡалыусылар ҙа була.Өлгөрөп булмай шул ҡайһы бер саҡта. Донья булғас алаһы ла ҡолаһы ла булалыр инде. Ҡайһы берәүҙәр төшкәндә ,билетын биреп ҡалдыра ла ҡолағына шыбырлай:
- Һатырһың, үҙеңә аҡса булыр.
Үҙҙәренсә яҡшылыҡ эшләргә тырышҡан кешеләргә рәхмәтле ҡатын. Аяуһыҙ ҡаты доньяла изге күңелле кешеләрҙең дә барлығынан , күңеленә йылы йүгерә.
Аҡсаһы юҡ инде Әлфинурҙың, ҡайҙан булһын. Көнө буйы ашамай , ураҙа тотҡан көндәре лә бар.Төш етһә туҡтай торған пунктҡа төшөрөп ҡалдыра ла водитель, үҙ юлы менән китә. Ҡаланың үҙендә йәшәһә өйөнә ҡайталыр инде.
Ҡатын бәләкәй генә бүлмәгә инеп ултыра , йоҡо баҫа,эстә бүреләр олой. Ләкин , ултырған килеш йоҡлап буламы ни.
Кемдәрҙер өйөнән ашарға килтерә,кемеһелер ашханала тамаҡ ялғай. Әлфинур ҙа бешереп алып йөрөр ине лә, ауылдан алып киленгән продуктыларын килене, былар эш эҙләгән арала урынлаштырып бөткән ине.Сәлимә әхирәте ызғышырға уҡталғайны ла ,Әлфинур тыйҙы.
- Ҡуй, тауыш сығарма. Өс көн йоҡланыҡ , индермәһә ҡайҙа барыр инек?
- Киленең оятһыҙ! Үҙенә күстәнәс алып килмәһәк ней асыу?! Үҙебеҙгә тигән тамаҡты ла ҡутарып алған, город мәсекәйе! - Сәлимә ярһыһа ла ,Әлфинур өндәшмәгәс баҫылды.
Аслыҡҡа сыҙамай , ҡайһы бер ҡатындар , сумкалағы аҡсаны алып булһа ла ашханаға йөрөнөләр.
Әлфинур ҡурҡты.Уйламаған ерҙә контролерҙар инә торған. Аҡсаң тулмаһа ла штраф, артыҡ сыҡһа ла ярамай. Бәләһенән баш - аяҡ, ас тамағым , тыныс ҡолағым тип уйлаған ҡатын крандан һыу ағыҙып эсте лә, тағы эшкә сыҡты.
Уның ҡарауы, кис эш аҙағында , ҡайһы берәүҙәр недостачаны нисек көпләргә тип илаулағанда, ул тыныс күңел менән аҡсаһын кассаға тапшырып , барыһынан алда ятаҡҡа йүгерә ине.
Тиҙерәк душ төшөргә лә йоҡларға!
Уға ҡарағанда Сәлимә әрһеҙерәк булып сыҡты ла ул.Левый аҡсаны шаулатып эшләне лә , әхирәте ҡайтыуға өҫтәл тултырып һыйын әҙерләп көтөп торҙо. Сит ят ерҙә һине хәстәрләп тороусы кешең булыуы ҡалай һәйбәт.Үҙеңдеке үҙеңдеке инде, ана бит ҡалғандар бүре шикелле , өҙгөләп йоторҙай булып ҡарай.
- Бешмәгән һин! Эшлә левый аҡса, эшлә! Бөтәһе лә шулайта.- тип бышылдаған әхирәтенә аптырап та һоҡланып та ҡарай Әлфинур. Ул ҡоро һыу эсеп , ҡайғыға батып йөрөгән арала, йүнсел әхирәте йүнен тапҡан.
- Мә , ас йөрөмә - Сәлимә биш йөҙлөктө уның кеҫәһенә тыҡты.

Башҡалар йышылып бөткәндер күрәһең , өсәр - дүртәр меңде иҫе лә китмәйенсә , үҙ кеҫәһенә һалғанда , Әлфинур ҙа ҡурҡа - ҡурҡа ике - өс йөҙ һум булһа ла эшләргә өйрәнде.
- Ике мең эшләнем бөгөн , ә һинеке күпме?
- Өс йөҙ һум - тигән Әлфинурға йәне көйөп ҡараны Сәлимә.
- Кит , эшкинмәгән!

Юҡ, кешене алдаманы ул , сдачаны ла теүәл бирҙе. Пассажирҙарҙың кире биргән билеттарын ҡабат ҡабат һатып , әҙ мәҙ аҡса эшләне. Бошмаҫ әхирәте лә йыуата:
- Хөкүмәтте алдарға ярай. Ул беҙҙе күпме алдай? Уның арҡаһында ошолайтып йөрөйбеҙ түгелме?
Бер ҡатлы , ябай Әлфинурға әхирәте дөрөҫтө һөйләгән кеүек тойола.
Ысынлап та ауылда эш булһа , әллә ҡайҙа, йәһәннәмдә, эт күрмәгәнен күреп йөрөр инеме ни Әлфинур?

Йүгереп ҡайтып ингән Әлфинур ятаҡ коридорындағы ап -аҡ томанға сәсәне.Ҡатын - ҡыҙҙар тәмәкене паровоз һымаҡ төтәтәләр ине.Исмаһам тышҡа сыҡһалар ни була? Һүҙ әйтеү ҡайҙа уларға.Ҡайһы берҙәренең йөҙөнә , йыртҡыстыҡы кеүек аҡайған күҙҙәренә ҡарауы ҡурҡыныс. Яңылыш ҡына ҡырын ҡараһаң да бәйләнергә әҙер торған бәндәләр,сәнсеп үлтермәҫтәр тимә.
Ҡайҙан йыйылғандар икән , был ҡатын ҡыҙ рәүешен юғалтҡан ҡот осорлоҡ әҙәм заттары?!
Тәүбә- тәүбә! Улар көнөнә хоҙай ҡалдырмаһын.
Инде йоҡлап ҡына киткән Әлфинур , шау- шыу , ҡысҡырышыуға уянып китте.Ә-ә-ә, атаман Зинканы ялға оҙатыу кисәһе ойошторғандар икән.Бында шулай. Эшкә төштөңмө, эшеңде йыуҙыр.Сәлимә күптән йыуҙырҙы эшен, Әлфинур йөрөй әле,унан да көтәләр ҡасан йыуҙырғанын. Эш хаҡы алдыңмы , йыуҙыр. Тыуған көнөңме, йыуҙыр. Ялға ҡайтаһыңмы, ялыңды йыуҙыр. Ҡабат эшкә килдеңме, осрашыу хөрмәтенә бер ярты ултырт. Был традиция!
Сәлимә күптән улар араһында.Әлфинурҙы ла икенсе ҡаттан һөйрәп тигәндәй төшөрҙөләр.Эсергә ҡыҫтанылар.
- Че, неуважаешь?! Крутая что ли?
Матур, һинд ҡатындарына оҡшап торған Фая уны яҡланы.
- Эсмәгән кешене көсләмәгеҙ. Әйҙә, Алечка кил, яныма. Зинка хөрмәтенә тортлап сәй эсәйек.
Башҡорт ҡыҙы булһа ла , башҡортса белмәгән ошо ҡатын оҡшай ине Әлфинурға.
Ун биш йыл эшләйем тей бит, тимәк тамырын ныҡ йәйгән ҡарт ағастай ошонда береккән . Тәмәкеһен дә тарта, һүгенә лә башҡаларҙан эсмәүе һәм изге күңелле булыуы менән айырыла. Әлфинурҙы йыртҡыстарға өҙгөләргә бирмәй ул. Үҙен атаманмын тип йөрөһә лә , Зинка ла шөрләй әле унан.

Эштән арып ҡайтҡан Әлфинурға ауыр ине бындай тормошта йәшәүе .Көн һайын ниндәйҙер сәбәп табып , эскелек ойошторған бүлмәләштәре лә үҙәгенә үтте. Ҡайтыр көндәрен еткерә алмай күҙе тондо. Күтәрә һуғып ҡайтып китер ине , эшләгән көндәрен юҡҡа сығарғыһы килмәне.Йәшереп илап та алғыланы.
Һуңғы арала Света яҡынлашып алды уға. Эсмәһәң дә миңә иптәш булып , янымда ултыр тип саҡырып ала ла , хәбәрен һүтә.
- Бына һин бәхетле.Ирең киткән икән , китә бирһен. Мир бөтмәһә ир бөтмәҫ. Иң мөһиме, балаларың бар, балаларың!
Бәй, уның хәлен ҡайҙан белә ул? Ах, Сәлимә! Һайыҫҡан, шыҡырыҡлап өлгөргән икән дә баһа.
Света ла бында арыуыҡтан эшләй икән. Балалары булмағас, ире ташлап киткән. Һөйәре бар ҙа ,ғаиләле.Аһ- зарын түгеп , илап ултырған ҡатынды йәлләүҙән үҙәге өҙөлгән Әлфинур ҡуша илашты.
- Ҡайт, һин Әлфинур , ҡайт. Был һинең урының түгел.- Света уны ҡайтып китергә өгөтләне.

Әлфинур былай ҙа саҡ түҙеп йөрөй бит инде.Автобуста парлы кешеләрҙе күрһә, үҙәге өҙөлдө.Үҙенең бәхетле мәлдәрен иҫләне.Бар ине бит, уның да шундай саҡтары!
Аһ, Самат, аһ! Нимә эшләнең һин?
Нишләп емерҙең һин , бәхетле тормошто?!

Кемеһелер береһе , шылтыратып әйткәйне лә әйтеүен:
- Иреңдең кемдә йәшәп ятҡанын беләһеңме? Күрше ауылдағы ире үлгән Заһиҙәлә ята ирең.
Юҡтыр , буш хәбәрҙер, ышанманы Әлфинур.
Был хәбәрҙе ишетте лә онотто ла.
Бөгөн аҙаҡҡы көн эшләй Әлфинур.Иртәгә ялға ҡайтасаҡ .Ҡабат килмәйәсәк ул бында.
Төшкө ялға туҡтанылар. Бөгөнгө водитель башҡорт егете Даян , Әлфинурҙы күптән күҙәтә ине. Оҡшай ине уға был ҡатын. Әгәр риза булһа , оҙон оҙаҡҡа һуҙмай ғына , ғаилә ҡорорға ине уйы.
Ғаиләһе бар ине уның. Ябай водитель менән йәшәргә теләмәне ҡатыны .Бай иргә әүрәп , балаһын ташлап , сит илгә сығып китте.
Хәҙер Даян ҡыҙы менән генә донья көтә. Яңы ун йәшен тултырһа ла , аҡыллы уның ҡыҙы . Атаһына иптәш кәрәк икәнен дә аңлай һәм ҡасан өйҙәренә изге күңелле , уларҙы яратҡан әсәй киләсәген дә түҙемһеҙләнеп көтә ине ҡыҙ бала.
Төшкө ялға туҡтағас , Даян башҡалар кеүек , урам уртаһында ҡалдырып китмәне Әлфинурҙы.Ашханаға эйәреп инде.Ашарға алып, өҫтәл артына ултырғас , күңелендәген әйтергә тәүәкәллек итте.
Әлфинурға уңайһыҙ ине, ике бите ут булып янған ҡатын
- Минең ирем бар бит - тип мығырланы.
Даян уның күңелен дә уйлап тормайынса , тура бәрҙе.
- Алдашма инде. Тормошо матур ҡатындар бында килмәй. Ҡайҙа барып баш терәргә белмәгәндәр йыйылған бында.
Уға нимә тип яуап бирергә белмәгән ҡатын башын түбән эйеп , тынып ҡалды. Ирҙең һүҙҙәрендә әсе дөрөҫлөк ярылып ята.
Ысынлап та , доньяһы теүәл , ире ышығында һис бер ел - ямғырға эләкмәй йәшәгәндәр бында ни ҡараһын?
Яуап көтөп , һораулы ҡарашын төбәгән Даян да йәл ине Әлфинурға.Әсәй наҙына мохтаж булған ҡыҙ бала ла йөрәген әрнетә.
Ләкин,күңел төбөндә осҡон сатҡыһындай булһа ла , хис юҡ икән, йөрәккә бойороп булмайҙыр.
Йәшерәк сағы булһа, бәлки, дыуамалланып Даяндың тәҡдимен ҡабул итер ине.
Инде 45 йәшкә аяҡ баҫҡан ҡатын, еңел елпе генә уйлап , тормошон үҙгәртергә баҙнат итә алмай ине.
Унан һуң, ул бит Саматын ярата.Унһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай.
Юҡ, юҡ. Ирен ашаҡлап икенсе ир ҡосағына инә алмай Әлфинур.

Ауылына яҡынлашҡан һайын , йөрәге күкрәген тишеп сығырҙай булып дөпөлдәне. Ире ҡайтҡандыр тигән өмөт менән ҡайтҡайны Әлфинур. Әммә уны һыуыҡ,ишеге йоҙаҡлы өйө моңһоу ғына ҡаршы алды.
Әлфинур мейесенә ут яғып ебәрҙе лә , ишек алдына сығып ҡар көрәргә тотондо.
Өйөн йылытып, доньяһына йән өрҙө. Икмәк һалып алды. Бөтмәҫ мәшәҡәттәр менән мәж килгән ҡатын , өмөтөн өҙмәне, Саматы бына бына ҡайтып инер тип көттө. Ә ире ҡайтманы ла , ҡайтманы.

Урамға сығып , йөрәген ярған хәбәрҙе ишетеп ҡайтып , хәлһеҙләнеп тәгәрәне. Өфөлә саҡта ишеткән хәбәре дөрөҫ булып сыҡты.
Үҙенең аңралығына ла йәне көйҙө, ир бирмәк йән бирмәк , Саматтың хыянаты аяҡтан йыҡты уны.
Тәгәрәп илаған әсәләренә ҡыҙҙары ҡушылды. Әле уҡырға ла бармаған бәләкәс Динараһы , бигерәк үҙәкте өҙҙө.
Сәсрәп ауырып киткән баланың температураһы төшмәй ҡаҡшатты. Әлфинур ҡыҙының тәнен , уксусҡа һыу ҡушып ыуып та ҡараны, дарыуҙар ҙа тәҫьир итмәне. Сабый оҙаҡ ауырыны. Туҡтауһыҙ атаһын таптырҙы.
- Ҡайтһын атайым ! Атайым кәрәк . - тип илаған балаһына йәне көйөп киткән Әлфинур:
- Ҡайҙан ҡайтһын, икенсе бисә алған атайың .- тип ҡысҡырҙы.
Динараһы уның һайын ярһыбыраҡ иланы:
- Алмаһын икенсе бисә, алмаһын...
Донья түңкәрелгән кеүек тойолдо Әлфинурға.Һыр бирмәҫкә тырышһа ла эстән ут йотто.Етмәһә, бынау балаһы үҙәген өҙә. Күҙҙәренә һағыш һарыһы ҡунған,етемһерәгән , бер нәмәгә лә әүрәмәгән балаһын ҡосаҡлап иланы ҡатын.
Динара хатта ашауҙан яҙып, көнө төнө атаһын таптырҙы.
Заһиҙә менән интернет аша танышты Самат.
Әлфинур ғына бер нәмә лә һиҙмәне, арыуыҡтан бирле осрашалар ине. Нимәһе менән арбағандыр ,Самат әүрәп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
Иҫ китерлек бер нимәһе лә юҡ та.Һәпрәрәк тә, эсергә лә бик ярата үҙе. Эсеп алһа ирҙәрҙең муйынына үҙе аҫылынырға әҙер тора.
Саматтың алдында икенсе ирҙәр менән ҡаңғырып ҡыялған ҡатынды, һыу эскеһеҙ итеп туҡмап ташлағаны ла булды .
Әлфинурының тырнағына ла тормағанын да аңлай, әммә йырылып китә алмай ғына.
Заһиҙәнең ауынан ысҡына алмаған ир үҙен, үрмәкес ауына эләккән себен кеүек тойҙо. Ә үрмәкес уны торған һайын үҙенең ауҙары менән нығыраҡ сырманы. Себен күпме сәбәләнһә лә ысҡыныр әмәл юҡ ине.
Иртәнсәк уянып күҙҙәрен асһа , йөрәген әсе һыҡраныу биләп ала.
Күңеленә яҡын бер нәмә лә юҡ бында. Сит донья, ят ҡатын, ашарға бешерергә эшкинмәһә лә , Самат тороуға бер яртыны өҫтәлгә тыпылдатып ултыртырға онотмай.
- Эй, әйҙә баш төҙәтергә.
Эсе өҙөлгән ир башын ситкә бора.Ошо минутта Әлфинуры нимә эшләгән була икән? Моғайын тәмле генә берәй нәмә бешерәлер инде тип уйлаған ирҙең, асығыуҙан эсе ҡоторланы.
Бәләкәсен, Динараһын һағынды.
Үҙ йортондағы бөхтәлеккә, тыныслыҡҡа өйрәнгән Самат , Заһиҙәлә күңел тыныслығы таба алмай ҡаңғырҙы. Йөрәге бер туҡтауһыҙ һыҙланы. Үҙенең ғаиләһен ташлап сығып китеүенә терһәген тешләрҙәй ине ул.
Ҡара таңдан ҡара кискәсә , балаларын еңә алмай , аҡырып - баҡырып йөрөүсе Заһиҙәгә йәне көйә ине Саматтың.Улары ла тыңлауһыҙ, ҡушҡан эште эшләмәйҙәр, әсәләренең ҡысҡырыуын ҡолаҡтарына ла элмәйҙәр ине. Эсеп алып сарылдатып туҡмаһа ла, Заһиҙә иргә сат йәбеште. Үҙендә ҡалмаҫын, ҡасан булһа ла ташлап китерен дә һиҙә ине.
Эскелек менән генә тота аласағын аңлаған ҡатын, бер айыҡтырмай эсерҙе Саматты. Эсерҙе лә , үҙе уйлап тапҡан ғәйбәт менән ирҙең күңеленә ойотҡо һалды. Бисәң шуның менән сыуалған, бының менән йөрөгән тигән кеүегерәк ғәйбәтте ишеткән Самат ҡатынынан нығыраҡ һыуынды.
Әлфинурҙың уға хыянат итмәҫен йөрәге менән аңлаһа ла , Заһиҙәнең һүҙенә төштө ул.
Уның шулай өҙгөләнеп бәргеләнеп йәшәүе күпмегә һуҙылыр ине икән?
Заһиҙәнең тоҙағынан ысҡына алмаған Саматты, һаҙлыҡҡа батып барған еренән Әлфинуры тартып алды.

Әллә ҡабат Өфөгә сығып китергә лә барырғамы, ире уны алыштыра алғас, Әлфинур нишләп илап ултырырға тейеш әле тип ярһыған ҡатынды , апаһы тыйҙы.
- Ҡоторма. Үҙ иреңде кешегә биреп , ир эҙләп йөрөмәҫһең инде.
Гөлнур апаһы дыуамал уның. Апалы - һеңлеле икәү күрше ауылға юлланды.
Заһиҙә тигәндәренең өйөн кешенән һорашып таптылар. Юл буйы ҡыйыуланып килһә лә ,ишек төбөнә еткәс Әлфинурҙың теҙ быуындары ҡалтыраны, йөрәге нығыраҡ дөпөлдәне.
Төшкө сәй мәленә тап килделәр.Ҡара ҡаршы сәй , янында мәйе лә бар, эсеп ултырыусылар , көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы күреүгә, әллә телдәрен ҡуша йоттолармы , был икәүгә ҡарап өнһөҙ ҡалдылар.
Уларҙың ҡаушап ҡалыуы Әлфинурға көс бирҙе.
Тауышын күтәрмәй , тыныс булырға тырышып әммә уҫал ғына иренә һүҙ ҡушты.
- Бында нимә ҡарап йөрөйһөң? Әйҙә ҡайтайыҡ.
- Ҡайтмайым - булды яуап.
Әлфинур өҫтәлдәге һауыт - һабаны иҙәнгә һыпырып төшөрҙө лә Заһиҙәгә ябырылды.
- Ирҙәр ней ,алйот була инде.Бейә кешнәмәһә , айғыр тешләмәй. Нимә уйлап кеше ирен индереп ултыраһың?
- Ир кәрәк булғас индерҙем.
- Нишләп мин һиңә иремде биреп ҡуяйым?! Бына һиңә ир! - Әлфинур уҫал көлөмһөрәп , ҡуҡышын Заһиҙәнең танау төбөнә килтерҙе.
Ҡурҡыуы йөҙөнә сыҡҡан Заһиҙә ҡабат ауыҙ асып өндәшә алманы,нисек шаҡ ҡатып ултырһа , шулай ултырҙы.
Тыштан йыуаш ҡына күренгән Әлфинурҙы ул тиклем уҫал тип уйламағайны ул. Ысынлап ҡурҡты ул унан.Кеше әйткәйне лә, ҡатыны белеп ҡалһа , сәсеңде бөртөкләр әле тип. Һанға һуҡмағайны шул. Самат Себерҙә саҡта булған аҡсаһын Заһиҙәгә ебәреп торҙо, аҡсаһыҙлыҡтан тегенеһе Өфө сығып киткән тип һөйләнеләр. Самат Заһиҙәне әсәһенә лә алып барҙы. Тыуғандары менән таныштырып бөттө, Әлфинурҙы айырам , һине генә яратам тип һүҙ бирҙе. Ҡәйнәһе лә киленен яманлап тик ултырғас, Заһиҙә үҙен уларҙың араһына индем тип уйлағайны.
Ул ҡайҙан белһен инде, Саматтың әсәһенең улын аулаҡҡа саҡырып алып бешкәнен?
- Битһеҙ! Ҡартайғанда тыртайған. Илле йәшкә еткәндә ниндәй бисә алмаштырыу ул? Йөрөмә был юнһеҙ бисә менән ҡаңғырып, ҡайт киленгә!
Әсәһенә ҡаршы бер һүҙҙә өндәшә алманы Самат.
Гөлнур ҙа ипле генә кейәүен ҡайтырға өгөтләй ине.
- Кеше доньяһында , сит бисә ҡуйынында , үҙ балаларыңды ташлап, кеше балаларын үҫтерергә йыйындыңмы? Кем инде һин был йортта?! - ҡайынбикәһенең әсе һүҙҙәрен ишеткәс, ир йыйынып сыҡты.
Ишек ябылғас, Заһиҙәнең баулап илаған тауышы ишетелде.

Юл буйы һөйләшмәнеләр. Ҡайтып еткәс :
- Әйҙә, кеше көлдөрмәй генә йәшәгеҙ ,балаларҙы уйлағыҙ - тип Гөлнур ҡайтып китте.
Өйгә инеү менән Самат Әлфинурҙы йыға һуҡты.
- Кеше көлдөрөп барып алдың, мин һиңә быҙаумы эйәреп йөрөргә? Ҡайтыр инем әле.
- Быҙау булмағас, нишләп ул аҙғын бисәгә эйәреп йөрөйһең?
-Еңдем тип уйлайһыңмы?
Ярһыған ир булған нәмәне онтай емерә башланы.
- Яратмайым мин һине! Ишетәһеңме, яратмайым! Йәшәй алмайым мин һинең менән!
Ҡасан әле, ирендә ниндәй үҙгәреш булғанын белә алмаған Әлфинур , яңы аңланы ул үҙгәреште.Шул Заһиҙә сәбәпсе булған бит,тормоштарының селпәрәмә килеп ватылыуына.
Әлфинур рәнйене, бөтә йөрәге менән рәнйене, Заһиҙә тигәндәренә лә , үҙен сүпкә лә һанамаған иренә лә.

Һыйыр тулаһа аттан яман , Әлфинур ҙа тулап китте.
- Мин һине икенсегә бирмәйем Самат! Үлтереп төрмәгә ултырам, ҡул -аяҡтарыңды һындырып һалам, түшәктә ят ҡарайым , тик башҡаға бирмәйем!!!
Мейес алдын аҡларға тип ултыртҡан эзбиз биҙрәһен елгәрҙе ул иренә. Икәүләп көрмәкләшеп иҙәнгә тәгәрәп киттеләр. Самат сығып китәм, Әлфинур сығармайым тип талашты.
Эсә торғас ирҙең ҡарыуы бөткәнме, әллә яһилланған ҡатында шунса көс бар инеме , Әлфинурҙы Самат еңә алманы.Ул берҙе һуҡһа , ҡатын өстө гөмпөлдәтте.
Ахырҙа ир ҡаршылашманы.
Баҫылған иренә ҡарап , яҡшыға өмөтләнгән ҡатындың өмөтө аҡланманы.
Юҡ, яйланманы тормошо Әлфинурҙың. Саматтың артабан донья көтөү уйына ла инеп сыҡманы.
Самат ғаиләһенә ҡайтҡас та күңеленә тыныслыҡ таба алманы.Аҙған күңеле Заһиҙәгә тартылды.
Уныһы ла ҡуйырҙан ҡуйманы. Һине яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым тип көнө - төнө шылтыратты.
Ҡасып - боҫоп осрашыуҙар дауам итте.Юғалып тороуҙар ҙа йышайҙы.
Әлфинур ирен күпме баҫтырһа ла тота алманы. Самат уның күҙенә ҡарап алдай ине.Атай тип өҙөлгән Динараһын да абайламаны Самат.
Көнө- төнө эсте, иҫереүе етһә боларҙы.
Заһиҙәлә саҡта Әлфинур тип йән атһа, хәҙер Заһиҙә тип һаташты.
Берсә китәм тип ҡаңғырҙы, берсә йәшәп ҡарайыҡ әле тип баҫылды.

Төпкө бүлмәлә тегеү машинаһы менән тегеп ултырған Әлфинур, кухняла нимәлер шартылдағанға һикереп торҙо.Саматтың тимер сүмес менән шкафтарҙы онтағанын күргән ҡатын :
- Нимә эшләйһең ул - тип ҡысҡырҙы.
Күҙҙәре ҡот осҡос булып аларған ир, плитәлә ит ҡайнап ултырған кәстрүлде алып елгәрҙе.
Ярай әле, ялтанып өлгөрҙө, юғиһә , ҡайнар һурпаға бешер ине.
Ҡото осҡан Әлфинур , яланкүлдәк, ойоҡсан урамға атылды.
Тышта сатлама һыуыҡ ҡатынды ҡармап ҡосағына алды. Ҡайҙа барырға белмәгән Әлфинур күршеләренә йүгерҙе. Күршеһе өйҙә булмай сыҡты, ишектә ат башындай йоҙаҡ элеүле тора ине.
Башҡа сараһы булмаған ҡатынҡай , ҡапҡа төбөнә һырынып, ек аша үҙҙәре яғына күҙ һалды.
Самат ҡатынын баҫтырып сыҡты, таба алмағас , аҡыра - баҡыра йөрөнө ишек алдында. Нимәлер шауҙырлап ярылды.

Әлфинур өшөнө. Әсе ел бармаҡтарын , ҡолаҡ, сикәләрен өшөтөп кенә ҡалманы , мейеһенә тиклем үтеп ингәндәй тойолдо.
Сикәләре буйлап тәгәрәгән ҡайнар күҙ йәштәре, шул секундта уҡ боҙ тамсыларына әүерелә ине.
Бөтә тәне генә түгел, йөрәге туңды уның.
Үткәндәрҙе кире ҡайтарыу мөмкин түгелдер инде, башҡаса бер нәмә лә элеккесә булмаясаҡ икәнен аңлауҙан йәне әрнене.
Кәрәкме уға бындай тормош?
Саматы өй эсендәге булған әйберҙе онтап бөттө бит инде. Хәҙер ошолайтып һыуыҡта туңып тороға ҡалдымы ни Әлфинурға?
Ҡыш һыуығы елегенә тиклем үтеп туңған, теше - тешкә теймәй ҡалтыранған Әлфинур өйөнә ҡарай йүгерҙе.

Солан, өй иҙәне быяла ярсыҡтарына тулған. Ике ҡулы лыс ҡан Самат, иҫ белмәй хырылдап йоҡлай ине.
Әлфинур быяла ярсыҡтарын һепереп түкте, яңынан аш ултыртты. Иҙәндәрен йыуҙы . Ярай әле, был мәхшәрҙе балалары күрмәне. Белеүен белерҙәр инде ул. Инде ҙурайған балалары ла аптырай әсәләренә. Нимә тип шул иҫереккә йәбешеп яталыр.
Аталары аҙып - туҙып йөрөгән осорҙа , әллә нисә урындан һораттылар әсәләрен.Ҡыҙҙарҙың һис бер ҡаршылығы юҡ ине, әсәләренең яңы тормош башлауына.
Тик тыңламаны шул Әлфинур ҡыҙҙарын да, кешене лә.

Иренең айыҡҡанын күҙе тоноп көтөп алды ул.
- Әйҙә, һөйләшеп алайыҡ әле- тип һүҙ башлаған ҡатынына өндәшмәй генә буйһондо ир.
- Самат! Ниндәй генә ғәйептәр таҡһаң да , һинең алдыңда гонаһым юҡ.Һин китмәһен өсөн, ниндәй генә түбәнлектәргә төшмәнем.Бөтә кеше айырыл тип торғанда ла, кеше һүҙен тыңламаным.Һине яратам тигән булып йәшәнем.Ә балаларҙы уйламайһыңмы ни?
Шул тиклем яратаһыңмы, шул Заһиҙәңде?!
Әсенеп ,үртәлеп һөйләнгән Әлфинурҙы өндәшмәй тыңланы Самат.
- Урыҫтар әйтмешләй , насильно мил не будешь. Кит Заһиҙәңә! Кит!
Ҡасан эсеп ҡайта, тағы нимәне емерә тип ҡурҡып ултырмаҫмын ,исмаһам.
Әлфинур һөйләнә- һөйләнә , ҙур сумкаға иренең кейемдәрен тултырҙы.
- Нимә кәрәк , бөтәһен дә ал. Тик беҙҙе тыныслыҡта ҡалдыр.
Әсәһенең һүҙҙәрен ишетеп ултырған өлкән ҡыҙы ла һүҙгә ҡушылды.
- Әсәйемә генә түгел, балаларыңа ла хыянат иттең һин атай.Китһәң, беҙҙе үлгән тип иҫәплә.

Әлфинурҙың һүҙҙәре тәҫьир иттеме, әллә ҡыҙының һүҙҙәре айныттымы ?
Әллә үҙе аңланымы хатаһын?
Самат ғаиләһенән айырылырға теләмәне.
Йылдар барыһын да юялыр , күрәһең. Әлфинурҙың да , мәңге төҙәлмәҫтәй тойолған йөрәк яралары уңалды.
Ҡатыны өсөн өҙөлөп торған Самат кешеләр һоҡланырлыҡ ир һәм атай ине бөгөн.
Йөҙөндә һәр саҡ бәхетле йылмайыу балҡыған Әлфинурҙың,кем белһен , ниндәй һынауҙар аша үткәнен?

Миңзифа Ҡашҡарова.

среда, 1 апреля 2020 г.

Ах лето!!!

Йәйге иртә.Йылы һәм ҡояшлы.Төндә ямғыр яуып үткән.Бәләкәс кенә ҡыҙый юрғанын һирпеп асты ла, йүгереп тышҡа сығып тупһаға ултырҙы.Иртәнге ҡояш нурҙарына ҡыҙынып, күҙҙәрен саҡ асып хыялдарға бирелеп ултырырға ярата ине ул.
Ултырып ялҡҡас, тороп ялан тәпәйҙәре менән бәпкә үләненә баҫып атлап китте. Һыу үлән аяҡтарға бөтмәҫ рәхәтлек бирә ине.Сәсе ялбырап яланаяҡ үлән кисеп йөрөргә яратыусы ҡыҙ бала мин инем.
Ғүмерем буйы яратам шул мәлде.Төндә генә ямғыр яуһын да, иртәнсәк тороуға ҡояш балҡыһын.
Иртәнге һауа һулап туйғыһыҙ. Ямғырҙан һуң шундай сафлыҡ таралған тирә- яҡҡа.Ҡоштар һайрай.Мин тағы ла һыулы үләнгә яланаяҡ баҫам, ошо рәхәтлеккә ләззәтләнеп күҙҙәремде йомам.Бындай саҡта минең башымда бер ниндәй уйҙар ҡайнамай, донья мәшәҡәте иҫкә төшмәй һәм мин бер ҡайғыһыҙ кешеләй хыялыйҙарса йылмаям.Яланаяҡ баҡсаға инәм, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләргә һоҡланам, баштарынан һыйпап үтәм, ҡайһыларын эйелеп еҫкәйем.
Тормоштоң матурлығына һоҡланып, хыялланып тороуҙан ишек алдында нимәлер эшләп йөрөүсе тормош юлдашы тартып сығара.
- Нимә хыялыйҙарса йылмайып тораһың,егетең иҫеңә төштөмө?
Был шаяртыуға мин асыуланмайым.Эш араһында ла, юлда ла үҙ алдыма йылмая торған ғәҙәтем бар. Хатта балаларым да, әсәйҙең ҡыуанысы эсенә һыймай тип әйтеп ҡуялар ундай мәлдә.

Һыуға барып киләм, ҡаҙанлыҡҡа ҡаҙан аҫтына ут тоҡандырам. Самауыр ҡоям. Ҡаҙанлыҡ һәм самауыр торбаһынан сыҡҡан төтөн еҫен үлеп яратам.Хәҙер минең бөтә уйҙарым шул төтөнгә күсә.Шундай ваҡ- төйәктең дә кеше күңеленә рәхәтлек биреүенә һоҡлана һоҡлана иртәнге тамаҡ әҙерләйем.Йәйҙәрен мин быҫҡып өйҙә ултырыуҙы яратмайым, тышта эсәбеҙ сәйҙе.Тышта сәй эсеүҙең үҙенең бер айырым йәме бар.Балалар ҙа тышта сәй эсеүҙе ярата, ҡыуанып йүгерә йүгерә сәй ултыртышалар.
Баҡсаға йәшел һыуғанға тип индем дә, тағы доньямды оноттом.
Һыуған өҙөрҙән алда, үҫеп сыҡҡан әремде йолҡоп алдым.Ниңәлер танауыма яҡын килтерҙем.Әрем еҫен яратам тиһәм,күптәр ышанмаҫтар.Яратам әрем еҫен, шул тиклем яратам.
Сүкәйеп ултырған килеш, әйләндереп әйләндереп әремде ҡарайым. Бик иғтибарлап ҡына ҡарағыҙ әле әремдең төҙөлөшөн,ваҡ ҡына һары ғына, иҫ китмәле матур сәскәләрҙән тора икән ул да.Ҡый үләндәренә һоҡланып оҙаҡ ултырыу эләкмәне миңә.Ишек алдын ҡолаҡты ярырҙай әсе тауыш яңғыратты.
- Әсәййй! Әсәйййй! Әсәйййй...
Баҡсанан нисек йүгереп сыҡҡанымды ла һиҙмәй ҡалдым.Тупһала шарылдап илап торған Нурсиләм, мине күргәс шатлыҡлы көлөп ебәрҙе.Иртәнсәк тороп сыҡҡанда мин күренмәһәм, ишек алдын яңғыратып эҙләр ине ул.Ул ғына түгел бөтәһе лә шулай булды. Фәнүр, Розалиә,Гүзәлиә бигерәк тә, Дилә итәгемә йәбешеп йөрөр ине,Нурсилә лә Рузилә лә.
- Ней булды, тиһәң , һин сығып киткәнһең икән тип ҡурҡтым тиерҙәр ине.

Иртәнсәк торҙом да тышҡа сыҡтым.Ямғыр яуғаны юҡ,әлегә көндәр ныҡлап йылып етә алмай әле.Еле лә бигерәк көслө.
Күктә көлгән ҡояшҡа ҡарап кәйефем күтәрелде.Йүгереп урамға сыҡтым.Көнөнә әллә нисә тапҡыр, ҡапҡа тышына сығып күҙ һалып әйләнеү ғәҙәтемә һеңгән.
Көн матур.Машиналар елдереп үтеп тора.Үткәндәр үҙәкте өҙөп һағындырһа ла улар үткәндә ҡалған.
Ғүмер аты туҡтап торорға һис теләмәй, алға ҡарай саба ғына.
Бөгөнгө көнөмә ҡыуанам, имен- һау таң аттырыуыма шөкөр итәм.
Ошо тормошома ҡәнәғәтмен.Хәҙер миңә Ирәндектең һалҡын еле лә һыуыҡ тойолмай, йәшәгән төйәгем дә сит түгел.Яратам урамымды һәм ошо урамда йәшәүсе күрше- тирәләремде.
Изге айҙа һәр беребеҙҙең уй-хыялдары тормошҡа ашһын ине.
Һәр бер ваҡ төйәк тә беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләһен ине, бәләкәй генә яҡшылыҡ һәм йылы һүҙ эргә тирәбеҙҙәгеләрҙең күңелен күтәрһен ине.

Ысыҡ кисеп атлаусы ялбыр баш бөгөн , тормоштоң әсе- сөсөһөн кискән ҡатын рәүешенә күптән әүерелгән булһа ла, һаман яланаяҡ йөрөргә, хыялланырға һәм юҡ ҡына нәмәгә лә күңеле кителергә лә, ҡыуанырға ла әҙер тора.
Иң яратҡан миҙгелем йәй. Тиҙҙән бик тиҙҙән, яланаяҡ ысыҡ кисермен тип өмөтләнәм...