воскресенье, 5 апреля 2020 г.

Ҡәртәсәйем




Иҫтәлек.

      Минең ҡәртәсәйем , Булатова (Һағынбаева )Сәрбиямал Әбдрәхим ҡыҙы , 1912 йылдың 10 ғинуарында Баймаҡ районы Ысмаҡай ауылында тыуған.Биш йәшендә генә етем ҡалып ,ҡартатаһы һәм ике өләсәһе ҡулында үҫә. Ҡартатаһының йәш ҡатыны уҫал була.Йорт ҡуралағы барлыҡ эштәр бәләкәй генә ҡыҙыҡайҙың иңенә төшә.Һыйырҙың елененә буйым етмәй , ултырғыс өҫтөнә менеп ултырып һауа инем ти ине ул.Ҡартатайыма "кулак " мөһөрө тағылып , Себергә оҙатылғас ,ҡәртәсәйем ағаһының ҡулында йәшәй.Тик тиҙҙән ағаһы ла репрессияға эләгә һәм шул китеүҙән эҙһеҙ юғала.
Йылдар үтә, ҡәртәсәйем буй етеп , Әбделкәрим егете Булатов Сәғәҙейгә тормошҡа сыға ,әммә йәшләй генә биш бала менән тол ҡала.Шуға ҡарамаҫтан , тормош ауырлыҡтарына бирешмәй йәшәй , Ҡулынан килмәгән эше булмай уның .Бар ғүмере хөкүмәт эшендә үтте , тиһәң дә хата булмаҫ.Төрлө йылдарҙа мәктәптә ҡарауылсы , балалар йортонда йыйыштырыусы , дауаханала һыу ташыусы булып эшләй.Хатта хаҡлы ялға сыҡҡас та , оҙаҡ йылдар фермала быҙау ҡараусы була.Мин иҫ белгәндә, ҡәртәсәйем фермала төнгө ҡарауылсы булып эшләй ине.Үҙенә иптәшкә тип ҡустым менән мине лә эшкә эйәртеп алып барғаны хәтерҙә.Бәләкәй генә урындыҡта өсәүләп ятабыҙ ,ҡәртәсәй беҙгә әкиәт һөйләй...
Доньяны яңғыҙ көтөүенә ҡарамаҫтан , барыһына ла өлгөрә торғайны.Бер ваҡытта ла балаларын ас яланғас итмәй: йөн иләй ,бәйләй ,тегә ,донъяһын ,мал тыуарын матур итеп көтә.Балаларына яҡшы тәрбиә биреп ,уҡытып ,итәғәтле итеп үҫтереп ,оло тормошҡа сығара ул.Биш балаһының икәүһе юғары ,икәүһе тамамланмаған юғары белемгә эйә.
Иң өлкән улы Әнүәр олатайым тирә яҡҡа билдәле йәшелсә үҫтереүсе- "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре ". Ҡыҙғанысҡа ҡаршы , олатайым был доньяла юҡ инде.Әле уның эшен улдары дауам итә.
Икенсе улы Әмир - минең атайым.Ғүмере буйы Юлдыбайҙағы 80 се һөнәрселек училищеһында уҡытты , "Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы " исеменә лайыҡ булды.Был доньяла атайым һымаҡ һәйбәт ,изге күңелле кеше башҡа юҡтыр ул , тип уйлайым.
Өсөнсө балаһы ҡыҙы Фатима , һауынсы булып эшләп , хаҡлы ялға сыҡты. Һандуғастай моңло тауышлы апайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ:Бәйләү, тегеү , аш һыу оҫтаһы ла ул. Апайымдың сабырлығына хайран ҡалырлыҡ . Ҡулымдан килһә ,апайыма һәйкәл ҡуйыр инем.
Дүртенсе бала Ильмира апайым ауыл хужалығы институтын тамамланы.Ул беҙҙең барыбыҙҙың да терәге.Ниндәй генә йомош менән барһаң да, буш сығармай , ҡайғыла ла ,шатлыҡта ла беҙ уға барабыҙ.Беҙ Әнүәр ,Әмир , Фатиманың бишәр балалары , апайымдың үҙенең ике балаһы , бер ғаилә кеүек ,мәрхәмәтле ,киң күңелле Ильмира апайымдың өйөндә үҫтек.Хәҙер беҙҙең бала сағаларыбыҙ шунда бара , сөнки уның ишеге һәр саҡ асыҡ .Апайым моңло тауышы менән йырлап та, рәхәтләнеп бейеп тә ебәрә.Хәбәрен һөйләп ,ашатып эсереп, күстәнәсен биреп оҙатып ҡала .
Иң кинйәһе Амур ағайым , йәшләй генә мәрхүм булып ҡалды, урыны ожмахта булһын инде.
Ҡәртәсәйемдең 17ейән ейәнсәренең 15 е иҫән һау,27бүлә бүләсәре бар.
Өлкәнәйгәнсе ҡәртәсәйем үҙ өйөндә яңғыҙы ,үҙаллы йәшәне , ҡош ҡорт мал тыуар аҫраны . Таҙа , тәрбиәле булды.Биш баламды эйәртеп , ҡәртәсәйемә барырға ярата торғайным.Самауыр ҡайнатып , көлөшә һөйләшә сәй эсеүҙәре үҙе бер ғүмер булған икән.Бала сағы, йәшлек йылдары ауыр шарттарҙа үтһә лә ,ҡартайған көнөндә бәхетле ғүмер кисерҙе ҡәртәсәйебеҙ.Уның урыны балаларының , ейән ейәнсәрҙәренең гел түрендә булды.
Ҡәртәсәйем 100 йәш тә 40 көн йәшәп баҡыйлыҡҡа күсте.
Мин үҙемде ҡәртәсәйемдең иң яратҡан ейәнсәре тип иҫәпләйем.Ул мине һөйләп , мине яҡлап ,мине ҡурсалап ҡына ултырҙы.Башҡаларға ҡарағанда күберәк мин ҡәртәсәйҙә йөрөгәнгәлер бәлки.
Үҙәктәрем өҙөлөп һағынам уны.Уның йылы һүҙҙәренә ,изге теләктәренә ,кәңәштәренә мин әле лә мохтажмын...

Миңзифа Ҡашҡарова.

Комментариев нет:

Отправить комментарий