Мин ғүмерҙә лә төҙәлмәҫлек, ҡаты ауырыуға дусар булдым. Белмәйем ,ҡайҙан килеп хасил булғандыр ул.Атайым яғынан да,әсәйем яғынан да бөтөнләй , тоҡомобоҙҙа булмаған сирҙе ҡайҙан йоҡторғанмындыр ,бер хоҙай ғына белә.
Бына оҙаҡ йылдар инде ошо ауырыу менән йәшәйем.Доньяла ундай сирле кешеләр бер мин генә түгел.Беҙ күмәкбеҙ .Бер беребеҙ менән аралашабыҙ, кәңәшләшәбеҙ.Беребеҙҙә булған ҡиммәтле ,ят дарыуҙар менән бүлешәбеҙ, алмашабыҙ.
Был сирҙең йоғошломо, түгелме икәнен аныҡ ҡына әйтә алмайым.Бәлки берәүҙәргә йоғалыр,икенселәргә юҡтыр.
Төҙәлмәҫлек ауырыуҙы бер нисек тә дауалап булмай . Россияла ғына түгел Швейцария , Япония хатта Америка белгестәре лә көсһөҙ. Бер ауырыған кеше ғүмеренең аҙағына тиклем шуның менән йәшәй .
Юҡ , кеше унан үлмәй . Киреһенсә, йәшәүгә көс ала , ҡыуанып , күҙҙәрҙе иркәләүсе аллы гөллө һыҙланыуҙан илһам алып йәшәй.
Минең ҡурҡыныс диагнозым - сәскә ауырыуы...
Был ауырыу менән бәләкәй саҡтан уҡ ыҙалайым. Иң тәүҙә Зәйтүнә инәйгә барып әхирәттәрем менән яран һәм тамсы гөл ботаҡтары һорап алғайныҡ. Бала саҡта матурлап , тәрбиәләп үҫтерә лә белмәгәнмендер инде .
Ғүмерем буйы урамдан үтһәм кешенең тәҙрә төптәренә ҡарамай үтә алмайым. Гөлһөҙ тәҙрәләрҙе мин ҡарамайым. Аллы гөллө сәскәләр шаулап ултырған өй янынан һоҡланып үтәм.
Йәш саҡта әхирәтем Гөлбаныу менән уның Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе еңгәһе , Фәйрүзә еңгәйҙәргә барып йөрөй торғайныҡ .
Уның ишек алды ябай штакетник менән генә уртаға бүленгән ине.Кәртә яғы айырым ,өйгә инә торған яғы айырым . Ҡапҡанан тупһаға тиклем кирбестән юл һалынған , ике яғынан төрлө сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра .Бындайҙы мин бер кемдә лә ,бер ҡасан да күргәнем юҡ ине.Шундай иҫ киткес матурлыҡты ,шул тиклем оҡшаттым!
Һаман күҙ алдымда тора. Әхирәтемә әйтәм :
- Гөлбаныу ! Алла бирһә , кейәүгә сыҡһам ошондай баҡса эшләйәсәкмен ! Өйөмдөң эсен дә , тышын да гөл сәскәгә күмеп йәшәйәсәкмен !
Ул көлә,
- Мечтать не вредно. Хыяллан , хыяллан .
Ә дуҫым дөрөҫ әйткән . Мечтать не вредно , мечтать полезно. Әгәр кеше хыялын тормошҡа ашырырға теләһә, ул тормошҡа аша икән барыбер.
Хыялымды тормошҡа ашырҙым , гөл сәскәгә күмелеп йәшәйем.
Йәшерәк саҡта , ирем сәскә сәсергә ер бирмәй ине.Ҡышҡыһын сәскә ашайһыңмы , йәнәһе .Баҡсала мөйөш һәйештә , ҡалған боҫҡан ерҙәрҙә генә сәскә сәсеп үҙемде алдаштыра инем .Баҡса төптә булғас сәскәләрем күренмәй ҙә ине.Күршем Фәриҙә генә :
- Сәскәләреңде мин күрәм , йәй буйы тәҙрәнән ҡарап һоҡланып йөрөйөм, тип көлөр ине.
Яҙ нәмә сәскән ваҡыт. Рөстәм ҡайҙалыр киткәйне. Орлоҡтарымды ҡарап ултырҙым да , туҡта әле ҡылайым мин ҡылыҡты . Һәм тотондом эшкә . Ҡапҡанан тупһаға тиклем берләм юл ҡалдырҙым да, ике яғынан сәскәләр сәсеп сыҡтым.Ситтәрен кирбес теҙеп ,матурлап аҡлап ҡуйҙым .Үҙемдең йөрәк дөпөлдәй ,хәәәҙер ҡайтып күрһә ,юл эсен тултырғанһың ,фәлән фәсмәтән тип башлар инде тип шөрләңкерәп көтәм. Минең ваҡыт әрәм итеп ,юҡ менән булышыуымды яратмаған иремде танымай торҙом хатта.Ә ? Яңылыш ишетмәйемдер ул? Бик матур уйлап тапҡанһың бит ! Маладис ,тип арҡамдан һөйөп ҡуйғас, ҡыуанысымдан саҡ илап ебәрмәнем. Сәскәләр үҫеп ата башлағас күрҙек беҙ ул матурлыҡты ! Ингән берәүҙең иҫе китә ине. Бер ҙур байрамға килгән Зөһрә Бураҡаева ла оҡшатҡайны әле .
- Ожмах мөйөшө бит был , тине ҡулдарын йәйеп .
Тәүҙә үҙем өсөн генә үҫтерҙем .Мәскәүҙән орлоҡ , саженцылар яҙҙырып алып күпме аҡсамды түктем икән ғүмер буйы? Ҡайһылары үҫмәй ҙә ҡуйыр ине. Үрсеп киткәс һораусыларға тараттым.Яҙ етһә ,алламдың биргәненә шөкөр,өйөмдән кеше өҙөлмәне. Һаранлап торманым барыһын да буш сығармаҫҡа тырыша инем. Ҡайһы бер кешеләр ,әллә нишләп үҫтерә алмайым ,үҙең барып үҙ ҡулдарың менән ултыртып бирмәҫһеңме, тип тә һорай инеләр. Нишләп бармай ти,барып ултыртып ,нисек тәрбиәләргә өйрәткән булып ҡайтып китә инем. Өй эсендә лә бер осор урман һымаҡ булып киткәйне.Алыҫтан Рөстәмдең дуҫтары килде ҡунаҡҡа. Эй,иҫтәре китә инде.Джунглиҙа ултырған һымаҡ ,ҡалай матур ул ,тип аптырайҙар. Джунгли кәмене әле.Быйыл күп һаттым гөлдө.
Ярар әле яңынан ултырта башланым,йәйгә тағы урман шаулар әле.
Сәскә конкурстарында ҡатнашып призлы урындар алған ваҡыттар булды. Элек ауыл Советы , женсоветтар йыбанмай ине шундай байрамдар үркәрергә . Хужанан да күп нәмә торғандыр инде ул.
Ауылыбыҙҙа сәскә һөйөүселәр күп ул. Нина Петровна, Илүзә апай, Татьяна ҡоҙағыйым, Алма апайҙарҙың баҡсаһы күҙҙең яуын алырлыҡ . Ғүмер буйы тиһәм дә хата булмаҫ, Алма, Гөлсирә ,Хөмәйрә апайҙар менән , Гөлсөм Ғилметдиновна менән сәскәләр алмашып ,алыш бирештә йәшәнек.
Элек помидор ,борос рассадаһын һатһам да сәскә һатыу булманы. Сәскә һатыу аҙаҡҡы йылдар ғына башланды. Яңы яңы сәскә гөлдәр һата башлағанда көлөп, яратмай ҡараусылар бар ине. Ләкин яҡшы кешеләр күберәк бит ул барыбер.Йылдан йыл һатып алыусыларым күбәйгәндән күбәйә.Үҙемдең постоянный клиенттарым да бар аллаға шөкөр.
Баймаҡҡа күскәнемде ишеткәс,эйй Миңзифа ,беҙ һине һағынырбыҙ инде. Яҙ һайын Юлдыбайға алып килеп сәскәләр һатырһың ул,онотмаҫһың беҙҙе тиеүсе ауылдаштарыма рәхмәтлемен.Онотоу ҡайҙа , һәр берегеҙ күңелемә яҡын. Ситтә был тағы ла нығыраҡ беленә икән.
Ғүмер булып ,һаулыҡ булһа быйыл күберәк үҫтерергә уйлайым әле.Үҙемдең постоянный клиенттарыма быйыл бүләккә матур гөлдәр ҙә әҙерләнем әле. Үҙҙәренең тәғәйен хужаларын көтөп яҙға тиклем үҫеп ултыралар әле.
Тормоштоң йәме ашап эсеүҙә, ҡиммәтле мебельдәр йыйып замоктарға бикләнеп ултырыуҙа ла, иномаркаларҙа ла елдереүҙә түгел.
Аңлаған кешегә. Аяҡ ҡулдарыбыҙ һау булып,бала сағаларыбыҙ имен аман булһа ,ябай ғына тормошобоҙҙо гөл сәскәгә күмеп , тормоштан йәм табып йәшәй алһаҡ , шунан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме?
Барығыҙға ла именлек һаулыҡ теләйем . Ауырымағыҙ . Ауырыһағыҙҙа тик минеке кеүек ауырыу менән генә ауырығыҙ .

Комментариев нет:
Отправить комментарий