воскресенье, 5 апреля 2020 г.

Күңел дәфтәренән.


  

    Юлдыбай ауылын өс өлөшкә бүлеп , өс йылға аға .Кәрешкә ,Ҡарагөрән ,Уза .
Мин Ҡарагөрәндең был яғында Уза йылғаһына яҡын урынлашҡан Колхоз урамында тыуып - үҫтем.
Ҡасандыр ошо ерҙә йәшәгән , минең менән аралашҡан ,миңә ниндәйҙер яҡшылыҡтары тейгән һәм бөтөнләй ҡатнашы булмаған кешеләрҙе мин бер нисек тә күңел түремдән йолҡоп алып ташлай алмайым .
Йылдар үткән һайын йөрәкте һағыш баҫа .Тыуған урамыма аяҡ баҫҡан һайын , был һағыш көсәйә генә.
Бына тыҡрыҡтан килеп сыҡтым .Колхоз урамы оҙон урам ,аҫҡы урам ,өҫкө урам тип йөрөтә инек.Һүҙем аҫҡы урам тураһында булыр .
Тыҡрыҡ эргәһендәге өйҙә Асия инәй йәшәне .Ул минең яратҡан инәйҙәремдең береһе ине .Ул гел өйө янындағы эскәмйәлә ултырыр ине .Асыҡ йөҙлө , кешегә гел йылмайып ҡараусы инәй , үтеп барһаң , ҡыҙым кил янымда әҙ генә ултырып кит тиер ине .
Урамымдың инәйҙәрен һағынып иҫкә алыу сәбәбен аңлата алмайым .Улар минең күҙ алдымдан да ,уйҙарымдан да китмәй .Мине гел оҙатып йөрөйҙәр .
Ҡаршылағы ҙур һары өйҙә Нәфисә инәй йәшәне .Ҡәртәсәйем мине гел эйәртеп алып барыр ине унда.Инәй бик талапсан ,тура һүҙле ине.Өйҙә идеаль таҙалыҡ ,тәртип хөкөм һөрә. Улар һөйләшеп бөткәнсе мин тик кенә ултырыр инем .
Эргәләге таш магазинда ауылға яңы ғына килен булып төшкән оҙон сәсле ,сибәр Рәйлә еңгәй эшләне.Беҙ бәләкәй ҡыҙҙар магазинға аҡсабыҙ булмаһа ла ,шул матур еңгәйҙе ҡарап һоҡланыр өсөн генә бара торғайныҡ.Ул үҙе шаян да булды .
Магазин эргәһендә Зәйнәб инәй йәшәне .Уның береһенән береһе матур дүрт ҡыҙы бар ине .Зөһрә ,Айһылыу ,Наилә ,Рәмилә.Береһенең дә яҙмыштарын белмәйем.Бары тик күңелемдә матур апайҙар булып һаҡланғандар .
Фирҙәүес инәй .Ҡартатайымдың һеңлеһе.Ул беҙгә көн һайын килер ине.Килмәһә мин уны үҙебеҙгә ҡәртәсәй сәйгә саҡырҙы тип алдап алып ҡайтҡанмын .Ҡыҙым саҡырғас килдем тип килеп инер ине.
Өмөғөлсөм инәйем менән Әхмәзия олатайым .Ҡустым менән мин шунда үҫтек тиһәң дә хата булмаҫ.Әсәйем уларҙың яратҡан килендәре булды .Ул өйҙә беҙ үҙ өйөбеҙҙәге кеүек йөрөнөк .Иртәнсәк тороу менән кемуҙарҙан югереп барабыҙ.Йомшаҡ һүҙле ,асыҡ йөҙлө инәй урындыҡҡа сәй ултырта .Түрҙә олатай ултыра.Улдары Салауат, Самат, Әхмәт ағайҙар теҙелеп ултыра.Мин мәңге Салауат ағайҙың ,ҡустым Самат ағайҙың алдында ултырабыҙ.Самауыр күңелле сыжлай ,инәй сәй яһай ...
Салауат ағай елкәһенә мине ултырта ,Самат ағай ҡустымды кем шәберәк югерә тип ярышырҙар ине.
Йылдар үткәс ,үтеп барһам инәйем эскәмйәлә ултыра .Һаулыҡ һорашып ҡына үтеп барам.Инәйем балам һинме, танымайым .Әйҙә инеп сәй эсеп кит ,тип саҡыра.Юҡ ,инәй.Инеп тормайым ,ваҡытым юҡ.
Хәҙер үкендерә.Инер инем дә ,ултырыр ҙа инем ,тик инәйем дә олатайым да ,Салауат ,Самат ,Әхмәт ағайҙарым да ,улар йәшәгән өй ҙә юҡ шул хәҙер ...
   
    Өмөниса инәй ҡәртәсәйемдең әхирәте.Ул беҙгә көн һайын инер ине.Инәй ике улы менән йәшәй ине.Ҡыҙы Фәриғә инәй Баймаҡта йәшәй.Өмөниса инәйҙең ейәнсәре Гөлфиә менән бергә уйнап үҫтек.Ҡараңғы төшөп төн уртаһы ауғансы эскәмйәлә һөйләшеп ултыра инек.Нимә һөйләшкәнбеҙҙер инде.Кис ағайҙар клубҡа киткәндә ултырып ҡалабыҙ ,улар ҡайтҡанда ла ултырабыҙ. Гөлфиәнең Шәфҡәт, Нурғәле, минең Амур ағайым ҡайтып һандуғастар һаман ултыраһығыҙмы тип инеп китәләр ине.
Беҙҙең күршеләр Ғәбиҙә инәй менән Ғәбделхаҡ олатай.Ҡәртәсәйем менән ҡатышып йәшәнеләр.Улдары Мир ағай Баймаҡ районы Буранбай ауылынан иҫ киткес сибәр ,оҙон сәсле еңгәй алып ҡайтты.Беҙ бер төркөм бәләкәй ҡыҙҙар еңгәй бүләге алырға барҙыҡ.Матур еңгәйҙе башҡа ҡыҙҙарҙан ҡыҙғана торғайным.Минең еңгәйем тип әйтә инем.Ҡыҙҙар ҙа минең менән ризалаша.Күрше булғас Миңзифаға яҡыныраҡ инде тиҙәр.Иртәнсәк торам да ҡойма ярығынан еңгәйҙе күҙәтәм.Ул биҙрә ,көйәнтәләрен алып һыуға барырға сыҡһа ,мин дә биҙрә көйәнтәмде эләктерә һалып югерәм.Минең дә ҙурайғас уның кеүек оҙон сәсле матур еңгәй булғым килә ине.Ул тағы шофер булып бензовозда эшләне.Машина йөрөткән ҡатын ҡыҙ минең өсөн иҫ китерлек хәл ине.
Тағы ла бер матур инәй Мәфтүхә инәй ине.Уны мин яҙа йоҙа ғына иҫләйем.Килене Шәүрә еңгәй ҙә ипле ,баҫалҡы кеше булды.Май икмәк бешереп беҙҙе сәйгә саҡырыр ине.Өйө ялтырап торҙо.Иҙәндәр көҙгө кеүек ялтырап ята.Бер ерҙә бер сүп тә күрмәҫһең.
Элек клубта кино күрһәтә торғайнылар.Кис малдан һуң ҡәртәсәйем менән эскәмйәгә сығып ултырабыҙ.Яҡын тирәләге инәйҙәр йыйыла.Йәше ҡарты клубҡа ағыла.Шул күренеш бигерәк тә күңелемә яҡын.Матур итеп кейенгән ағай,апайҙарҙың,инәй олатайҙарҙың үткәнен ҡарап ултырырға ярата инем.Фатима инәй иренен буяп ҡына ,осло тағалы туфлиҙәрен кейеп Ғәфәр олатай менән ҡултыҡлашып ҡына йөрөрҙәр ине.Бер шулай улар үтеп киткәс : ҡәртәсәй ,ошо Фатима әбей осоҡ ҡына ивет , тип хәбәр һалдым.Ҡәртәсәйем көлөмһөрәп :Фатима нишләп әбей булһын ,йәш бит ул тигәне хәтерҙә ҡалған.Ҡәртәсәйем мине әрләмәне,оҡшамағаныраҡ хәбәр әйтһәм дә тыйып та ултырғанын иҫләмәйем.Көлөмһөрәй биреп яуап ҡайтарыр ине.Уның үҙенең кешене яманлап ,ғәйбәт һөйләп ултырғанын күргәнем булманы.
Фатима инәй менән Ғәфәр олатай ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе ине.
Тыҡрыҡта йәшәүсе Мәрғизә инәй менән Хәннән олатай ҙа күңелгә яҡын булып иҫемдә ҡалғандар.Элек күп кешелә мунса булманы.Беҙ Хәннән олатайҙың мунсаһын яға инек.Мунсанан һуң әсәй тура ҡайтығыҙ тиһә лә ,ҡустым менән Мәрғизә инәйҙәргә инеп китә инек.Урындыҡта самауыр күңелле йырлай .Олатай түрҙә ҡырын төшөп ята , инәй көлөп хәбәрен һөйләй һөйләй сәй яһай.Һоро төҫтәге ҡағыҙһыҙ яҫтыҡ кәнфитте ,тағы ниндәйҙер төҫлө кәнфиттәрҙе услап бирә торғайны инәй.Шул кәнфит ашайбыҙ тип ингәнбеҙҙер инде.
Боронғо инәй ,олатайҙар ябайыраҡ ,эскерһеҙерәк ,ихласыраҡ булғандарҙыр тип уйлайым.Бөтә өйҙәрҙә лә урындыҡта самауыр менән сәй эсерҙәр ине.Хатта бала сағаны ла буш сығармайҙар ине.Колхоз урамы инәйҙәре дуҫ ,татыу, ҡатышып йәшәнеләр.Ҡәртәсәйем өй тултырып инәйҙәрҙе ҡунаҡҡа саҡырыр ине.Асия ,Нәфисә, Фирҙәүес,Өммөгөлсөм,Өмөниса,Ғәбиҙә,түбәнге Ғәбиҙә,Вәлимә,Фатима,Шәфиғә ,Алмабикә,Маһинур инәйҙәр урамымдың онотолмаҫ ,матур кешеләре булып хәтеремдә һаҡлана.
Яр буйында иң остағы өйҙә Төхбәт олатайҙар йәшәне.Ул йортта береһенән береһе сибәр ,аҡыллы алты ҡыҙ үҫте.Беҙ ҡыҙҙар шул апайҙарҙы ғәләмәт ярата торғайныҡ.Уйнағанда һәр беребеҙ үҙебеҙгә оҡшаған апайҙың исемен алып ,шулар булып ҡыланып уйнай инек.Мин Фәриҙә тигәнен ярата торғайным.Уйнағанда Фәриҙә була инем ,Гөлбаныу Гөлкәй була,Гөлнара Миңлегөлдө һайлай ,Зөһрә Миңниса була.Улар һис тә ауыл ҡыҙҙарына ооҡшамаған ,кинолағы кеүек ,аристократ ғаиләһенән сыҡҡан кеше кеүектәр ине.Йылдар үткәс ,былтыр миңә улар менән күрешергә насип булды.Улар һаман да йәш ҡыҙҙар кеүек матурҙар, һис төҫ ташламағандар ,тәрбиәлеләр.
  
   Ҡәртәсәйем. Ҡәртәсәйем тураһында күп яҙырға була.Сөнки мин иҫ белгәндән алып минең янымда гел ул булды . Иртәнсәк йоҡонан сепарат тауышына йә булмаһа тәмле ҡоймаҡ еҫенә уяна инем.Әсәй эштә ,атайым уҡыны биш йыл Стәрлетамаҡта.Беҙ ҡустым менән ҡәртәсәй янында үҫтек.Ҡайҙа барһа ла беҙҙе эйәртеп йөрөнө.
Яңғыҙы ғына бесәнгә йөрөгәне хәтерҙә ҡалған.Беҙ ҡуша барабыҙ.Төш етһә усаҡ яғып сәй ҡайнатабыҙ.Өсәүләп сәй эсәбеҙ.Йөрөй торғас ялҡып китәбеҙҙер инде шуны ҡәртәсәй һиҙгәндер.Арыһағыҙ бар ҡайтығыҙ тип беҙҙе ҡайтарып ебәрә.Беҙ инде әллә ниндәй ауыр эш ҡыйратҡан кешеләрҙәй ,ҡайтыу яғына елдерәбеҙ ҡыуана ҡыуана. Битончикты алып ҡайтығыҙ ,миңә йөк кәмер тип ҡысҡыра ҡәртәсәй.Һоро төҫтәге эмаль битончикты эләктерә беҙ ҙә югерәбеҙ.
Юлда еләк йыябыҙ.Тырышып йыйһаҡ та битончикты тултыра алмайбыҙ ,йыбанғанбыҙҙыр ҙа инде.Тулмаған һауыт менән ауылға ҡайтып инеүе лә оят һымаҡ.Шунан ҡустым әйҙә борсаҡ йыяйыҡ тей.Ике йәшкә бәләкәй булһа ла башы шыҡылдап эшләп тора бит әле.Борсаҡ баҫыуына инеп китәбеҙ.Еләкте яулыҡҡа ауҙарып ,битончикка борсаҡ тултырабыҙ.Өҫтөнә еләкте һалабыҙ ҙа эре генә ҡайтып китәбеҙ.
Юлда көйәнтәләп һыуҙан ҡайтып килеүсе Иштуғандың әсәһе Ғәзизә инәй осрай.Баҫалҡы ,йыуаш ҡына инәй йылмайып эй-й,ҡалай еләкте эреһен генә йыйғанһығыҙ.Беҙҙе маҡтай маҡтай үтеп китә.Беҙ эре генә урам буйлап атлайбыҙ.Ана ҡапҡа төбөндә Фәүзиә инәй тора.Ул да маҡтай.Бибисара ,Вәлимә инәй һәр береһе Сәрбейҙең балалары эшкингән тип маҡтап ҡала.Тыштан ҡыуаныс кисерһәм дә ,эстән йөрәкте ҡорт кимерә.Инәйҙәрҙе алдап киләбеҙ бит.Ҡайтып тупһаға ултырып еләкте шунан борсаҡты ашап бөтәбеҙ ҙә уйынға әүрәп китәбеҙ.
Борсаҡ тигәндәй.Элек борсаҡ ,көнбағыш ,иген сәстеләр бит.Хәҙер ерҙәр ҡатып,һарғайып көйрәп ята.Шул күренеш бигерәк йөрәкте һыҙлата инде.
Беҙ бер төркөм ҡыҙҙар борсаҡҡа йөрөй торғайныҡ.Хәҙерге кеүек пакеттар ҡайҙа инде ул.Сепрәк моҡсай йәки яулыҡҡа йыйып төрөп алып ҡайта инек.Йәшел генә , һутлы ғына борсаҡтарҙы тәмләп ашайбыҙ.Ҡабығынан һыҙғыртҡыс эшләп һыҙғырып йөрөр инек.
Обьездчик Аптулла ағай уны кеше Апуш тине, атаһы Тимерғәле олатайҙы Бута ,әсәһе Зәйтүнә инәйҙе Бута Зәйтүге тинеләр.Баяғы Апуш килеп сығып сыбыртҡыһын шартлатып һүгенә һүгенә ҡысҡырып ебәрһә,сыр сыу килеп ҡасабыҙ.Ауылға ингәнсе баҫтыра.Үҙе яман итеп һүгенә.Уза йылғаһын кисеп сығып берәйһенең картуфлығына барып инһәк ,ҡотолдоҡ тип уйлағанбыҙҙыр.Апуш,Апуш алйот,наҙан ,Бута сәскәнме әллә борсаҡты.Совхоз борсағын ҡыҙғанып йөрөйһең тип ҡысҡырабыҙ,үсекләй беҙ.Ысынмылыр ,юҡмылыр Апушты уҡый,яҙа белмәй тип һөйләнеләр.Гәзит килгәндә был баш түбән тотоп ҡарай икән.Машина төшөрөлгән булғандыр ,ҡарап торған да : уууу, Советский Союзда машиналар күп ауа икән тип әйткән имеш.Беҙгә бала сағаларға шул ҡыҙыҡ тойолғандыр.Әй,Апуш Советский Союзда машиналар күп ауа ивет ,тип ҡысҡырабыҙ.Ул сыбыртҡыһын болғап ,икенсе юлы эләгерһегеҙ әле,ярам мин һеҙҙе тип китә.Икенсе юлы осраһа ҡот оса ,сыбыртҡы эләгер тип.Әммә ул беҙҙе ҡурҡытһа ла бер ҡасан да һуҡманы.Борсаҡ баҫыуынан сығарып ауылға тиклем баҫтыра ла ,йырлай йырлай үҙ юлы менән китер ине.
Ураҙанан һуң әйенселәгәндә уларға ла инәбеҙ бит инде.Бер йылы сентябрь айы булдымы икән ,алмалар өлгөргән ине.Зәйтүк инәй беҙгә күүүп итеп алма биргәне хәтерҙә ҡалған.Һәйбәт кенә инәй ине ул.Тәҙрәһе төбөндә матур матур гөлдәре сәскә атып ултырыр ине.Эй ,шул гөлдәренә күҙ ҡыҙа ине.Бер көндө ҡыҙҙар менән һөйләштек тә ,барҙыҡ инәйгә.Иҫемә төшһә көлкөм дә килә ,алйот тәртипһеҙ булғанбыҙ тип уйлайым.Зәйтүк инәй беҙгә гөл бир тип барып торабыҙсы.Инәй әрләмәне лә беҙҙе өйөнә индерҙе.Бутҡа һалып бирҙе ,сәй яһаны.Кеҫәләребеҙгә кәнфит тултырҙы.Һәр беребеҙгә гөл ботағы ҡырҡып бирҙе.Нисек ултыртырға өйрәтте.Ҡайтып кәнсир һауытына ултырттым.Гөл үҫеп китеп сәскә атҡас,әсәйем матур ғына биҙрәләр алып бирҙе.Гөлдәремде шул матур биҙрәләргә ултырттым.Беҙҙең әсәй гөл үҫтермәне,ваҡыты ла булмағандыр инде.Йылмайып ҡарап өйҙә гөл булһа матур була икән ул тигәне һаман күҙ алдымда тора.Зәйтүк инәйҙең яран гөлдәренә ғашиҡ инем бәләкәй саҡта.Гөлгә булған һөйөү һүрелмәне.Һаман гөл яратам.Яран гөлдәре бигерәк тә.Яратҡан йырым да яран гөл.Һыу ҡойғанда йырлай йырлай ҡоям:
Тыуған өй тәҙрәләр ендә
Үҫеп тора яран гөл
Минең мөхәббәттәремде
Яран гөлгә ҡарап бел...

   

Комментариев нет:

Отправить комментарий